Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы Наркотик матдәләр ҡулланыу һәм уларҙың законһыҙ әйләнеше менән халыҡ-ара көрәш көнө уңайынан 23– 29 июндә Наркотик сараларҙы ҡулланыуҙы иҫкәртеү аҙнаһы иғлан итте. Наркотиктар ҡулланыуҙың таралыуы һәм наркотикка бәйлелек – хәҙерге замандың иң етди проблемаларының береһе. Наркотик матдәләр нервы системаһына йоғонто яһай һәм кеше аңында үҙгәреш тыуҙырырға һәләтле. Бөтә наркотиктар ҙа баш мейеһендә барған химик процестарҙа ҡатнаша, уларҙы үҙгәртә һәм бәйлелек барлыҡҡа килтерә, кешене даими рәүештә психоактив матдәләр ҡабул итеүгә мәжбүр итә. Наркомания – ул психоктив матдәләргә тотоп тыйғыһыҙ тартылыу. Уның үҫешенең төп билдәһе – наркотикка күнегеү, дозаһын һәм йышлығын арттырыу кәрәклеге, наркотиктан физик бәйлелек тыуыуы – сираттағы доза булмағанда абстинентлы синдром барлыҡҡа килеүе йәғни “ломка” башланыуы. Бөтә психоактив матдәләр ҙә ағыу ул, мейе күҙәнәктәре һәләк булыуы һөҙөмтәһендә наркомандың фекер йөрөтөүе боҙола, интеллекты һәм хәтере кәмей. Нар