Райондашыбыҙ “Таймаҫ” отрядында Рәсәй МХО ветерандары ассоциацияһы хәбәрһеҙ юғалған хәрбиҙәрҙе эҙләү буйынса Курск өлкәһенең азат ителгән биләмәләрендә ҡатнашыу өсөн ирекле төркөм ойошторған. Райондашыбыҙ Айбулат Ҡаһарманов хәбәрһеҙ юғалғандарҙы табыу һәм эвакуациялау буйынса эҙләү миссияһында ҡатнашырға теләк белдереп, күптән түгел “Таймаҫ” отрядына ҡушылып изге юлға сыҡты.