Бөгөн беҙҙең райондан 21 егет Ватан һағына юлланды. Буласаҡ ил һаҡсыларын тәбрикләү тантанаһында район башлығы урынбаҫары Фәнил Нәҙерғолов ҡатнашты һәм уларға иң изге теләктәрен еткерҙе.