Башҡортстандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова һәм уның берҙәм командаһы “Изге подписка” акцияһында ҡатнашты. Улар махсус хәрби операция яугирҙәре ғаиләләренә гәзит-журналдар яҙҙырҙы. Республиканың матбуғат баҫмалары ҡала һәм райондар яңылыҡтары менән таныштырыуҙан тыш, әҙәби әҫәрҙәр, яңы шиғриәт шәлкемдәре, мауыҡтырғыс ваҡиғалар, тормош күренештәре, сәйәси күҙәтеүҙәр тәҡдим итәсәк. Акция ярҙамында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ғаиләләргә республикала баҫылған гәзит-журналдар барып етәсәк. Фото: Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.
"Изге подписка": Ленара Иванова яугир ғаиләләренә матбуғат баҫмалары яҙҙырҙы
23 июня 202523 июн 2025
~1 мин