Башҡортостан юлдаш телеканалында йәйге осорҙағы хәүефһеҙлек мәсьәләләренә арналған брифинг барышында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығының күҙәтеү эшмәкәрлеге һәм иҫкәртеү эштәре идаралығы начальнигы урынбаҫары Петр Ильин көнкүреш хәүефһеҙлеген тәьмин иткәндә нимәгә иғтибар итергә кәрәклек хаҡында һөйләне. Һеҙҙең иғтибарға уның сығышынан өҙөктәр тәҡдим итәбеҙ. "Плитәләргә иғтибарлы булығыҙ. Тоҡандырыу төймәһенә яңылыш баҫыу ҙа ҙур хәүеф тыуҙыра. Бесәй тәпәйе менән баҫып, электр плитәһен тоҡандырыу арҡаһында янғын сыҡҡан осраҡтар булғаны бар. Әҙерләнгән ризыҡты ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ. Майҙы һыу менән һүндермәгеҙ!”. “Тәҙрәләр. Әгәр өйҙә бәләкәй бала булһа, иң яҡшыһы – тәҙрәләргә йоҙаҡтар ҡуйыу. Был осраҡта уны асҡысһыҙ асып булмай, тик елләтеү режимына, йәғни ҡыҫып ҡына ҡуйырға мөмкин. Шуны иҫтә тотоу мөһим: москит селтәрҙәр хатта бәләкәй баланың ауырлығын да тота алмай. Бала һәр ваҡыт һеҙҙең күҙ алдында булырға тейеш”. “Өйҙә янғын һүнд