Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ял көндәрендә лә республика юлдарында авариялар һаны кәмемәй. Кисә үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы Өфө - Инйәр - Белорет автомобиль юлының 72-се километрында теркәлгән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 25 йәшлек егет, "Митсубиси Лансер" автомобилендә Белорет ҡалаһы яғынан Өфөгә табан хәрәкәт иткәндә, ҡаршы хәрәкәт һыҙатына сыға, унда ҡаршы килеүсе "DAF" йөк машинаһы менән бәрелешә, һуңынан юлдан ситкә оса. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, еңел автомобиль водителе алған йәрәхәттәрҙән ашығыс медицина ярҙамы килгәнсә ваҡиға урынында вафат була. Юлдарҙа һаҡ булығыҙ! Тиҙлек режимын арттырмағыҙ, ҡаршы һыҙатҡа сыҡмағыҙ! Фото: "Башинформ"