Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Клевер (туҡранбаш) сәскәһен йыйып ҡал

Әле клевер (туҡранбаш) сәскә атҡан һәм ул сәскәләрен ҡоймаҫ элек йыйып алырға кәрәк. Сөнки ҡан тамырҙарын таҙартыуҙа унан да яҡшы һәм файҙалы булған үлән юҡтыр. Клеверҙы күптәр туҡранбаш тип тә йөрөтә. Был файҙалы үләндә А,В,Е витаминдары бар, улар ҡан тамырҙары тиресәһендәге ултырмаларҙы иретә, өҫтәүенә лимфа төйөндәрен яҡшы таҙарта. Клеверҙан яһалған спирт төнәтмәһен сәйгә өҫтәргә мөмкин йәиһә бик аҙлап эсергә лә була. Үлән атеросклероз үҫешен аҡрынайта, тамырҙарҙы нығыта, уларҙың һыныусанлығын кәметә, ҡан баҫымын түбәнәйтә. Файҙалы эсемлекте һыуҙа ла әҙерләп була. Үләндең баштарын йыйып алып, ҡайнатма яһайҙар. Шулай уҡ клеверҙың сәскәләрен йыйып алып, сәй итеп ҡулланырға ла була. ИҒТИБАР! Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ. Автор фотолары.