Стәрлетамаҡта Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандарҙы иҫкә алдылар. 22 июнь – Хәтер һәм ҡайғы уртаҡлашыу көнө, Рәсәй тарихында фажиғәле дата. Бынан 84 йыл элек илебеҙ үҙенең тарихында иң ҡаты, ҙур ҡан ҡойошло һуғыш менән осрашты. Йыл һайын Стәрлетамаҡта был фажиғәле көндәрҙе хәтергә төшөрөп, Бөтә Рәсәй “Хәтер шәме” акцияһы ойошторола. 21 июндән 22 июнгә ҡаршы төндә ветерандар, ирекмәндәр һәм патриотик ойошмалар, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, депутаттар һәм ҡала хакимиәте хеҙмәткәрҙәре, ҡала халҡы, студенттар һәм уҡыусылар “Мәңгелек ут” мемориаль комплексы янында йыйыла. Акцияла ҡатнашыусылар утлы картинаны тоҡандырҙы. Билдәһеҙ һалдат һынында “Стәрлетамаҡ хәтерләй! Еңеү-80” тигән һүҙҙәр яҙылған. Һүрәттең идеяһы Даниил Астафуровтыҡы. Ә тормошҡа ашырыусыһы – Ләйсән Килдеғолова. Был күләмле инсталляция - илдең азатлығы һәм бойондороҡһоҙлоғо өсөн көрәшкән геройҙарға хөрмәт һәм хәтер билдәһе. Сара “Мәңгелек ут” мемориалына сәскә гөлләмәләре һалыу менән тамамланды. Фото:VK.com