“Башҡортостан геройҙары” проекты – “Геройҙар дәүере” федераль программаһының дауамы. Уның маҡсаты – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар араһынан идарасыларҙың яңы быуынын әҙерләү. Республикабыҙҙа был эштең яңы этабына старт бирелде. “Башҡортостан геройҙары” программаһында ҡатнашыусылар “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһендә уҡый башланы. Проекттың партнеры булараҡ, “Берҙәм Рәсәй” эшмәкәрлекте белем биреү яғынан тәьмин итте – махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарға ярҙамға йүнәлтелгән өс модулле тематик программа төҙөнө. Уҡыу барышында МХО ветерандары партияның төрлө кимәлдәге майҙансыҡтары эшен үҙләштерә, граждандар менән диалог ҡорорға, уларҙың мәнфәғәттәрен яҡларға өйрәнә, социаль проекттарҙы ойоштороу йәһәтенән белемен арттыра, биләмәләр менән идара итеүҙең заманса алымдары менән таныша. Программа интерактив лекцияларҙан, тәжрибәле сәйәсмәндәр һәм эксперттарҙың тренингтарынан тора. Шулай уҡ башҡа ҡыҙыҡлы йүнәлештәр һайлау йәки тулы курс үтеү мөмкинлеге бар. Партияның төбәк б