Бер ир күрше ауылда йәшәгән туғанының хәлен белергә китеп бара икән. Ҡаршыһына танышы килә, ти. – Ҡайҙа китеп барыуың? – Туғанымдың хәлен белмәксемен. – Ә уның һиңә берәй яҡшылығы тейҙеме һуң? Йәшерәк булһа ла, үҙе һинең хәлеңде лә белмәй бит... – Белмәһә һуң... Яҡшылығы теймәһә һуң... Нисек кенә булмаһын, туғаным бит. Аллаһ Тәғәләнең ризалығы өсөн уның хәлен белергә теләйем, – тип яуаплаған ир. – Туғаныңды нисек яратһаң, Аллаһ Тәғәлә үҙеңде шулай һөйөр.
Бер ир күрше ауылда йәшәгән туғанының хәлен белергә китеп бара икән
22 июня 202522 июн 2025
~1 мин