Башҡортостанда булған янғындар һәм уларҙың барлыҡҡа килеүенең төп сәбәптәре хаҡында Башҡортостан юлдаш телеканалында үткән йәйге осорҙа хәүефһеҙлек мәсьәләләренә арналған брифинг барышында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығы начальнигы вазифаһын башҡарыусы Эдуард Иҙрисов һөйләне. «Республикала 3924 янғын сыҡҡан, уларҙа 122 кеше, шул иҫәптән 12 бала һәләк булған. Янғындарҙың төп сәбәптәре – ут менән һаҡһыҙ эш итеү, электр ҡорамалдарын һәм мейес йылытыуҙы монтажлау һәм файҙаланыу ҡағиҙәләрен боҙоу. Анализлау күрһәтеүенсә, балалар һәләк булған янғындарҙың 60 проценты электротехник сәбәптәр арҡаһында булған. Эдуард Иҙрисов янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә булған осорҙа шашлыҡты нисек дөрөҫ әҙерләргә кәрәклеген дә аңлатты. “Янғынға ҡаршы махсус режим осоронда асыҡ ут, усаҡ яғыу тыйыла. Шашлыҡты махсус урындарҙа, мангалдарҙа, мейестәрҙә әҙерләргә мөмкин. Биналарҙан, ҡоролмаларҙан һәм үҫемлектәрҙән кәм тигәндә 5 метр ара булырға тейеш. Те