Аҫҡарҙа яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Район хакимиәте башлығы Рәмил Абдуллин билдәләүенсә, хәҙер ауыл халҡының беренсел медицина ярҙамын уңайлы, заманса шарттарҙа алыу мөмкинлеге тыуҙы. -Яңы модулле ФАП-тың асылыуы өсөн беҙ тәү сиратта республика Башлығы Радий Фәрит улына рәхмәтлебеҙ. Белеүегеҙсә, һуңғы йылдарҙа бик күп ФАП-тар яңыртыла, дауаханалар асыла. Беҙҙә барлығы 26 ФАП (1 күсмә, 25 стационар) булһа, шуларҙың 15-е модулле. Быйылғы йылда планда тағы 5 ФАП-ты яңыртыу ҡаралған, - тине Рәмил Миңлеәхмәт улы. Аҫҡар фельдшер-акушерлыҡ пунктында фельдшер Зөмәрә Әхмәтйәнова һәм теш табибы Гөлиә Йәрмөхәмәтова эшләйҙәр.