Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров эш сәфәре менән Краснокама районына барып, ундағы һабантуйҙа ҡатнашты. Ул республика Башлығы һәм Башҡортостан Хөкүмәте исеменән район халҡына көндәлек хеҙмәте һәм төбәк үҫешенә баһалап бөткөһөҙ өлөш индергәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе. – Республика Рәсәй субъекттары араһында Инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында лидерлыҡты һаҡлап ҡалды. Ошо көндәрҙә Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында 2024 йыл йомғаҡтары иғлан ителде: беҙ – илдә өсөнсө! Владимир Путин рейтинг еңеүселәрен, шул иҫәптән беҙҙең төбәкте билдәләне һәм ҡотланы. Республиканың ҡаҙаныштары уның халҡының көндәлек хеҙмәтенән тора. Һеҙҙең район да дөйөм уңышҡа ҙур өлөш индерә, – тине Андрей Назаров. Уҙған йыл йомғаҡтарына ҡарағанда, Краснокама районында үҙебеҙҙә етештерелгән тауарҙар күләме дүрттән бер өлөшкә тиерлек артҡан (124,3 процент). Ағымдағы йылдың ғинуар - апрель айҙарында ыңғай тренд һаҡланған, үҫеш ете проценттан ашып китә. 2024 йыл йомғаҡтары буйынса, ауыл