Берлинды тап Баймаҡ батыры алған! Бөгөн Мәмбәт ауылында арҙаҡлы яҡташыбыҙ, Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһарманы, полк командиры, гвардия подполковнигы, бихисап ордендар һәм миҙалдар кавалеры Исхаҡ Ғүмәровтың яҡты иҫтәлегенә арнап Хәтер һәм ҡәҙер кисәһе үтте.Рәсәйҙең белем биреү өлкәһенең почетлы хеҙмәткәре Гөлдәр Юнысованың тәҡдиме менән ойошторолған сарала район һәм ҡала хакимиәттәре етәкселәре,Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәре, Сибай институты ғалимдары, йәмәғәтселек ҡатнашты һәм сығыш яһаны. Бөйөк Еңеүгә хәл иткес өлөштө тап Исхаҡ Иҙрис улы Ғүмәров индерә - уның етәкселегендәге полк Гитлерҙың империя канцелярияһын яулап ала һәм Еңеү байрағы ҡаҙала. Һуғыш йылдарында ҡаһарман яугир өс тапҡыр Ленин орденына, һуңынан Советтар Союзы Геройы исеменә тәҡдим ителә.Әммә ни сәбәптәндер был наградалар уға бирелмәй ҡала. Сарала ҡатнашыусылар БР Башлығына, район хакимиәтенә Исхаҡ Ғүмәровҡа Герой исемен биреүҙе юллауҙы һорап мөрәжәғәт ҡабул итте.Ҡаһарман яугир бындай баһаға лайыҡ!