Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында эске туризмды үҫтереү буйынса федераль программа бурыстары ла ҡаралды. Уның Башҡортостанда нисек тормошҡа ашырылыуы хаҡында Радий Хәбиров "Новые известия" гәзитенең баш мөхәррире Андрей Краснобаевҡа биргән интервьюһында һөйләне. – Илебеҙ өсөн эске туризм йәһәтенән уникаль мөмкинлек барлыҡҡа килде. Аңлашылған сәбәптәргә бәйле, рәсәйҙәр сит илдәргә сыҡмай. Шуға күрә хәҙер беҙҙең Башҡортостанда ла иң мөһиме – сәйәхәт инфраструктураһын үҫтереү. Был – урындар булдырыу, турист хеҙмәттәре күрһәтеү, кешеләр үҙенсәлекле тәбиғәт объекттарын ҡарай алһын өсөн уңайлы шарттар булдырыу. Эш күп. Йыл һайын Башҡортостанға туристар ағымы 20-25 процентҡа арта. Беҙҙең бурыс – күрһәткесте өс миллион кешегә еткереү. Ә Башҡортостан брендтарына килгәндә, улар хаҡында бер һүҙ менән генә әйтеп булмай. Ул - экология туризмы ла, этнотуризм да, гастрономия ла. Һәм, әлбиттә, медицина: беҙҙең шифаханалар илдә иң яҡшылар иҫәбендә. Бынан тыш, студенттар туризмы. Барыһын да лайыҡлы