Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров XXVIII Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында "Новые известия" гәзитенең баш мөхәррире Андрей Краснобаевҡа интервью бирҙе. Төбәк етәксеһе республика делегацияһының форум майҙансығында нисек эшләүе, урындағы иҡтисадты үҫтереү, ғөмүмән, сараға Башҡортостандың ниндәй әҙерлек менән килеүе хаҡында һөйләне. – Беҙ был форумда беренсе йыл ғына ҡатнашмайбыҙ. Төп бурысыбыҙ, әлбиттә, республика менән таныштырыу. Икенсеһе – инвестициялар йәлеп итеү, - тине Радий Фәрит улы. - Инвесторҙар менән осрашыу беҙҙең өсөн мөһим булып торһа, уларҙың күбеһе менән әлеге ваҡытта эштәр алып барабыҙ, төрлө проекттарҙы тормошҡа ашырабыҙ. Шулай уҡ Башҡортостанға яңы килгән инвесторҙар менән танышып, бәйләнеш булдырыу өҫтөндәбеҙ. Ошо йәһәттән иҡтисади форум уникаль майҙансыҡ булып тора. Бында барыһы ла бик уңайлы. Бер урында бөтәһен дә таба алабыҙ - коллегаларыбыҙҙы, инвесторҙарҙы, ҙур корпорация етәкселәрен, Хөкүмәт ағзаларын. Был - даими эш. Беҙ форумда республика үҫешенең төп йүнәлештәре – иҡтисад һәм фән буйынса презентация менән сығыш яһаныҡ. Республика стендының фәнгә бағышланыуына иғтибар иттегеҙ, был - вуз-ара кампус. Маҡсатыбыҙ презентация үткәреү генә түгел, ә хеҙмәттәшлеккә саҡырыу ҙа. Бөгөн беҙ Томск менән килешеү төҙөнөк. Был ҡала – Себерҙәге иң ҙур фән үҙәге, шуға ла уртаҡлыҡтарыбыҙ күп. Ниндәйҙер айырым тармаҡҡа өҫтөнлөк бирәбеҙ тип әйтеп булмай, төрлө килешеүҙәргә ҡул ҡуябыҙ: төҙөлөш, ауыл хужалығы буйынса ла, сәнәғәт өлкәһендәге башланғыстарға ҡағылғандарына ла. Тиҙҙән "Росавиация" етәкселеге менән осрашыу буласаҡ. Өфөнән илебеҙҙең башҡа ҡалаларына рейстарҙы субсидиялау мөмкинлектәрен дә ҡарарға теләйбеҙ. Шуға күрә форумдың презентациялар үткәреү, инвестициялар йәлеп итеү өсөн бик уңайлы майҙансыҡ булыуын тағы ла бер тапҡыр билдәләйем, – тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. Фото: Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте.
"Маҡсатыбыҙ – республиканы күрһәтеү һәм хеҙмәттәшлеккә саҡырыу"
21 июня21 июн
1 мин