Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Был ғаиләлә барыһы ла саңғысы

Үҙеңде төрлө яҡлап үҫтереү өсөн әллә күпме көс, тырышлыҡ кәрәк. Ундай шәхестәр йәмғиәтебеҙҙе биҙәй, күтәрә. Йәрмәкәй районының Йәрмәкәй ауылынан Гүзәл һәм Рәсим Һәүбәновтар ғаиләһенең дә был тормошта үҙ балҡышы. Улар күп балалы ғаилә: өлкән улардары Риназ Өфөнөң радиоэлектроника, телекоммуникациялар һәм хәүефһеҙлек колледжында янғын хәүефһеҙлеге буйынса 2-се курста белем ала, ул Юнармия батырығы миалына ла лайыҡ булған. Уртансылары Радмила VIII класта уҡый, бәләкәстәре Эмилия балалар баҡсаһына йөрөй. Шуныһы ҡыҙыҡлы – тотош ғаилә саңғыла йөрөү менән шөғөлләнә. – Балаларҙы спортҡа дүрт йәштән йәлеп иттек. Барыбыҙ ҙа саңғыла уҙышыу буйынса спортсылар. Район, зона, республика ярыштарында еңеүҙәребеҙ бар, – ти Гүзәл Фәрит ҡыҙы. Тағы ла бер ҡыҙыҡһыныуҙары бар – улар аттарҙы ярата. Был ҡандан килә тиһәк тә хата булмаҫ. Ғаилә башлығы Рәсим Мөбәрәк улы бала саҡтан ат сабыштарында ҡатнашҡан, тәүге урындарҙы яулаған. Уға ҡарап Риназ улдарында ла был спорт төрөнә ҡыҙыҡһыныуы барлыҡҡа килә. Егетте

Үҙеңде төрлө яҡлап үҫтереү өсөн әллә күпме көс, тырышлыҡ кәрәк. Ундай шәхестәр йәмғиәтебеҙҙе биҙәй, күтәрә. Йәрмәкәй районының Йәрмәкәй ауылынан Гүзәл һәм Рәсим Һәүбәновтар ғаиләһенең дә был тормошта үҙ балҡышы. Улар күп балалы ғаилә: өлкән улардары Риназ Өфөнөң радиоэлектроника, телекоммуникациялар һәм хәүефһеҙлек колледжында янғын хәүефһеҙлеге буйынса 2-се курста белем ала, ул Юнармия батырығы миалына ла лайыҡ булған. Уртансылары Радмила VIII класта уҡый, бәләкәстәре Эмилия балалар баҡсаһына йөрөй. Шуныһы ҡыҙыҡлы – тотош ғаилә саңғыла йөрөү менән шөғөлләнә. – Балаларҙы спортҡа дүрт йәштән йәлеп иттек. Барыбыҙ ҙа саңғыла уҙышыу буйынса спортсылар. Район, зона, республика ярыштарында еңеүҙәребеҙ бар, – ти Гүзәл Фәрит ҡыҙы. Тағы ла бер ҡыҙыҡһыныуҙары бар – улар аттарҙы ярата. Был ҡандан килә тиһәк тә хата булмаҫ. Ғаилә башлығы Рәсим Мөбәрәк улы бала саҡтан ат сабыштарында ҡатнашҡан, тәүге урындарҙы яулаған. Уға ҡарап Риназ улдарында ла был спорт төрөнә ҡыҙыҡһыныуы барлыҡҡа килә. Егеттең ҡыҙыҡһыныуын, дәртен яҡындары ла хуплай. Рәсим Мөбәрәк улының Чечняла хеҙмәт итеүе, хәрби хәрәкәттәр ветераны булыуы ла көслө рухлылығы, бер ниндәй һынауҙар алдында ла юғалып ҡалмауы тураһында һөйләй. Ғаилә башлығының балаларына өлгө булырҙай матур һәләттәре бының менән генә сикләнмәй. Ул оҫта итеп гармунда уйнай һәм йырлай. – Мин уның төп фанаты, – тип йылмая Гүзәл ханым. Әйткәндәй, Гүзәл Фәрит ҡыҙының оҫта хужабикә булыуы тураһында ла әйтмәү мөмкин түгел. Ул төрлөһөнән тәмле итеп бәлештәр бешерергә ярата. Яҡындары, таныштары уның тәмлекәстәрен ашап туймай. – Бешереүгә бар күңелемде һалып башҡарам. Унан үҙемә ҡәнәғәтлек алам, – ти уңған ханым. Гүзәл менән Рәсим Һәүбәновтар икеһе лә юғары белемгә эйә, эштәрендә яуаплы бурыстар башҡаралар. Ғаилә башлығы “Ростелеком” йәмғиәтендә абоненттарҙы хеҙмәтләндереү буйынса мастер. Гүзәл Фәрит ҡыҙы “Межрегионгаз Өфө” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә халыҡты хеҙмәтләндереү буйынса оператор. Ғаиләлә үҙ-ара йылы мөнәсәбәт тыуҙырған, эштә лә яуаплы хеҙмәткәр булған Гүзәл менән Рәсим Һәүбәновтар үҙҙәренең өлгөһөндә балаларына ла матур тәрбиә бирә. Йәрмәкәй районы. Фотолар ғаилә архивынан.