Иҫке Собханғол ауылын төҙөкләндереү буйынса сираттағы мәсьәлә хәл ителде - Салауат урамында тротуар һалынды.
Был турала хакимиәт башлығы Рәмил Абдуллин социаль селтәрҙәрҙә яҙҙы:
-Йыйылыш ваҡытында ауыл халҡы урамдың был өлөшөндә тротуар кәрәклеге, хәүефһеҙ йәйәүлеләр зонаһы булдырыу мәсьәләһен күтәрҙе. Ысынлап та, тротуар булмауы халыҡтың, шул иҫәптән мәктәпкә йөрөгән балаларҙың да хәүефһеҙлеген ҡурҡыныс аҫтына ҡуя ине. Кисә Салауат урамында, Ленин урамына боролош урынын да индереп, 126 метр оҙонлоҡтағы тротуар һалынды.Юл төҙөү-төҙөкләндереү идаралығының Бөрйән участкаһы хеҙмәткәрҙәренә башҡарған эштәре өсөн ҙур рәхмәтемде белдерәм. Яңы тротуар йәйәүлеләрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итә, шулай уҡ ауылдың йөҙөн дә матурайта.