«Беҙ — ғаилә» номинацияһында өсөнсө урынды Өфө дизайнеры Елена Степанова яуланы. Ул конкурсҡа күреү һәләте буйынса инвалидтар һәм уларға юл күрһәткән эттәр өсөн эшләнгән «Эт һәм уның кешеһе» кейем коллекцияһын тәҡдим итте. - Мин насар күреүсе кешеләрҙең һәм уларҙың эттәренең бер бөтөн булыуын күрһәтергә теләнем. Эт кешеһеҙ йәшәй алмай, әммә һуҡыр кеше лә үҙ этенән башҡа йәшәй алмай. Зинһар, эттәргә тоғро булығыҙ, - тип белдерҙе бүләкләү тантанаһында Елена Степанова. - Кейем - ул функциональ предмет ҡына түгел, ә шәхестең сағылышы, донъяға үҙен танытыу мөмкинлеге. «Ҡанатланып» конкурсында ҡатнашыусылар булдырған кейем коллекциялары яугирҙарыбыҙҙы реабилитациялауҙа тағы бер аҙым булһын һәм уларға ышаныс тойорға, ҙур бейеклектәргә күтәрелергә ярҙам итһен, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының Башҡортостандағы филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина. Статс-секретарь, оборона министры урынбаҫары, «Ватанды һаҡлаусылар» фонды рәйесе Анна Цивилева һүҙҙәренсә, гала-тамаша «Ҡан
Өфө дизайнеры «Ҡанатланып» адаптив кейем конкурсында ҡатнашты
20 июня 202520 июн 2025
1 мин