Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Башҡортостанда урман эштәре планын арттырып үтәнеләр

Башҡортостанда “Экологик именлек” милли проектының (национальный проект “Экологическое благополучие”) “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проекты сиктәрендә урмандарҙы тергеҙеү эштәренең яҙғы этабы тамамланды. Республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, план 112 процентҡа үтәлгән. Урман культураларын ултыртыуҙы күҙ уңында тотҡан яһалма урман тергеҙеү 4100 гектарҙан ашыу майҙанда үткәрелгән. Урман фондының 935 гектарында федераль ҡануниәт талабына ярашлы ябыҡ тамыр системаһы булған сәсмәлектәр ултыртылған. Урман тергеҙеүҙең иң ҙур күләмдәре Белорет, Йылайыр, Ҡариҙел һәм Бөрйән райондарында башҡарылған. Эштәрҙә урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре генә түгел, арендаторҙар ҙа ҡатнаша. Быйыл яҙ улар 2650 мең гектар майҙанда урман тергеҙеүҙе башҡарҙы. Бынан тыш, 2330 гектар майҙанда урман культуралары тулыландырылған. – Быйылға планлаштырылған урман тергеҙеү һәм үрсетеү майҙаны 15,8 мең гектар тәшкил итә, шул иҫәптән 6100 гектар майҙанда яһалма урман тергеҙеү, – тип аңлатма бирҙе Башҡорт

Башҡортостанда “Экологик именлек” милли проектының (национальный проект “Экологическое благополучие”) “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проекты сиктәрендә урмандарҙы тергеҙеү эштәренең яҙғы этабы тамамланды. Республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, план 112 процентҡа үтәлгән. Урман культураларын ултыртыуҙы күҙ уңында тотҡан яһалма урман тергеҙеү 4100 гектарҙан ашыу майҙанда үткәрелгән. Урман фондының 935 гектарында федераль ҡануниәт талабына ярашлы ябыҡ тамыр системаһы булған сәсмәлектәр ултыртылған. Урман тергеҙеүҙең иң ҙур күләмдәре Белорет, Йылайыр, Ҡариҙел һәм Бөрйән райондарында башҡарылған. Эштәрҙә урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре генә түгел, арендаторҙар ҙа ҡатнаша. Быйыл яҙ улар 2650 мең гектар майҙанда урман тергеҙеүҙе башҡарҙы. Бынан тыш, 2330 гектар майҙанда урман культуралары тулыландырылған. – Быйылға планлаштырылған урман тергеҙеү һәм үрсетеү майҙаны 15,8 мең гектар тәшкил итә, шул иҫәптән 6100 гектар майҙанда яһалма урман тергеҙеү, – тип аңлатма бирҙе Башҡортостандың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов. – Башҡарылған эштәр күләмен аңлау өсөн милли проектҡа урман тергеҙеү һәм урман үҫтереү майҙанының ҡырҡылған һәм һәләк булған урман ултыртыу майҙанына нисбәте менән характерланған күрһәткес индерелде. Ул йыл йомғаҡтары буйынса барланасаҡ. Фото: vk.com/dlhpfo.