Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Заманса яҡтыртҡыстар килде

Ҡариҙел үҙәк район дауаханаһы, “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы, хирургия бүлексәһе өсөн яҡтыртҡыстар алды. Заманса ҡорамалдар операция мәлендә һәм диагностик тикшеренеүҙәрҙә эш урыны күләмен көйләй һәм яҡтылыҡ сифатын тәьмин итә. Яҡтыртҡыстарҙың яҡтылыҡ ҡеүәте юғары, өҫтәүенә уларҙы еңел генә күсереп була, вертикаль күсәрҙәре эргәһендә күпме теләйһең, шунса әйләндерергә һәм кәрәкле йүнәлештә нығытып ҡуйырға мөмкин. – Заманса яҡтыртҡыстар операция һәм диагностика үткәреү шарттарын һиҙелерлек яҡшырта, һөҙөмтәлә был пациенттарға күрһәтелгән медицина ярҙамы сифатында сағыласаҡ, – тине дауахананың баш табибы Юнир Ғәлин. "Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың

Ҡариҙел үҙәк район дауаханаһы, “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы, хирургия бүлексәһе өсөн яҡтыртҡыстар алды. Заманса ҡорамалдар операция мәлендә һәм диагностик тикшеренеүҙәрҙә эш урыны күләмен көйләй һәм яҡтылыҡ сифатын тәьмин итә. Яҡтыртҡыстарҙың яҡтылыҡ ҡеүәте юғары, өҫтәүенә уларҙы еңел генә күсереп була, вертикаль күсәрҙәре эргәһендә күпме теләйһең, шунса әйләндерергә һәм кәрәкле йүнәлештә нығытып ҡуйырға мөмкин. – Заманса яҡтыртҡыстар операция һәм диагностика үткәреү шарттарын һиҙелерлек яҡшырта, һөҙөмтәлә был пациенттарға күрһәтелгән медицина ярҙамы сифатында сағыласаҡ, – тине дауахананың баш табибы Юнир Ғәлин. "Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк. Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан - 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла. Фото:Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.