✨ 4 әйберҙе һаҡлай белергә кәрәк: Намыҫыңды, Кеше серен, Тоғролоҡто, Матур хәтирәләрҙе ✨ Ошо 4 әйберҙе ғәфү итергә кәрәк: Атай-әсәйеңдең хаталарын, Дуҫтарыңдың көсһөҙ сағын, Дошмандарың ҡылығын, Үҙеңдең аҙашыуыңды ✨ Был 4 әйберҙе эшләй бел: Ихлас рәхмәт әйтә белеү, Һуңламау, Һөйләгән кешене бүлдермәү, Дошманлашып айырылышмау ✨ 4 әйберҙе күрмәҫкә тырыш: Сит кешенең кәмселектәрен, Кем тураһындалыр ғәйбәт, Үҙең тураһындағы имеш-мимеште, Үҙеңдең уңыштарыңды ✨ Был 4 әйберҙе сабыр итергә кәрәк: Башҡаларҙың һине аңламауын, Яҡындарыңдың тәртибен, Дошмандарыңдың аҫтыртын эштәрен, Тән сирхауҙарын ✨ 4 әйберҙе ишетә бел: Тынлыҡ моңон, Намыҫың тауышын, Йөрәк саҡырыуын, Аллаһы Тәғәлә әйткәнен 🤲