Найти в Дзене
Баймаҡ яңылыҡтары

Алғаҙы ауылы ,, Ағинәй " йәмәғәт ойошмаһы район ағинәйҙәрен йыйынға саҡырҙы , унда Аҡморон , Ҡуянтау , Мерәҫ , 2 - се Этҡол , Әбделкәрим

Алғаҙы ауылы ,, Ағинәй " йәмәғәт ойошмаһы район ағинәйҙәрен йыйынға саҡырҙы , унда Аҡморон , Ҡуянтау , Мерәҫ , 2 - се Этҡол , Әбделкәрим , Иҫке Сибай , Түбәнге Яйыҡбай , Йомаш ауылынан ойошма рәйестәре һәм ағинәйҙәре ҡатнашты .

Римма Ҡунсбаева етәкләгән ағинәйҙәр ойошмаһы ағзалары һәм аҡһылыуҙар - ауылдың ,, Миләш " ансамбле ҡыҙҙары ҡунаҡтарҙы ауылдың тарихы , күптән түгел асылған ,, Ағинәй бүлмә"һе , ҡул эштәре күргәҙмәһе менән таныштырҙы .

Әбделкәрим ауыл биләмәһе башлығы Әлфиә Ибраһим ҡыҙы ауылдың йәшәйеше , 300 йыллыҡ юбилейға әҙерлек барышы тураһында сығыш яһаны , ағинәйҙәр ойошмаһының эшен ыңғай яҡтан баһалап , Римма Таштимер ҡыҙына Рәхмәт Хаты һәм бүләк тапшырҙы .

Йыйындың икенсе өлөшөндә ,, Бәпес ҡайтты ауылға , бәпес !" тип аталған исем аҫтында алғаҙылар ,, Килен төшөрөү " йолаһын күрһәтеп , киленде үҙҙәре баҫҡан аҡ кейеҙгә баҫтырҙы .

Бәпес тыуыуға бәйле ,, Ҡалья " йолаһын күрһәткәндә , балалар ҙа ҡатнашты .

Артабан ,, Еп сәйе " йолаһы атҡарылды , сәй эсергәндән һуң , 16 ҡат уралған еп таратылды , һәр кем үҙенең изге теләктәрен әйтте һәм доға ҡылынды .

Ағинәйҙәр һәм аҡһылыуҙар бәпес тыуыуға бәйле күрһәтелгән йолаларҙың үҙенсәлектәре буйынса сығыш яһап барҙы һәм фекер алышыуҙа Йомаштан Наилә Йәнбирҙина , Аҡморондан Дамира Әбилова , Иҫке Сибайҙан Илүзә Йосопова , Түбәнге Яйыҡбайҙан Фирдәүес Хәсәновалар алғаҙылар күрһәткән йолаларҙы тергеҙеү , һаҡлау , йәш быуынға тапшырыуҙың бик мөһим икәнлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды . Йомаштан Наилә Йәнбирҙина ,, Бабаға ултыртыу " ( Ҡуянат ) йолаһының нескәлектәре менән дә таныштырып китте .

Район ағинәйҙәре етәксеһе Гүзәл Монасипова Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайының ,, Урал батыр " эпосы буйынса проекты , эпос буйынса эште эҙмә - эҙлекле алып барыу , балаларҙа телһөйәрлек тәрбиәләү , ағинәйҙәрҙең МХО - лағы яугирҙәргә ярҙам итеү буйынса йүнәлештәге эштәрҙең торошо , май һәм июнь айында үткән йыйындар буйынса күҙәтеү яһап , сығыш яһаны һәм әүҙем эшләгән ағинәйҙәргә Рәхмәт Хаты тапшырҙы .

Алғаҙы ағинәйҙәре Хәниә Урманова , Нәжиә Ҡотләхмәтова һәм башҡалар ултырғыс түшәгенән боронғоса ҡурсаҡтар эшләп күрһәтте , үҙҙәре эшләгән ҡурсаҡтар , үҫмер ҡыҙҙар өсөн теккән милли кейемдәре менән таныштырып өлгөрҙө , был балаларҙа ла , ҡунаҡтарҙа ла ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы , милли ризыҡтарға реклама яһаны , Гөлсәсәк Моратова үҙе бешергән көлсә , Сәлимә Урманова күстәнәскә киптерелгән ҡомалаҡ әсеткеһе таратты .

Ағинәйҙәр үҙенең шәхси музейы булған Ғәбиҙә Ҡормашеваның өйөнә экскурсияға барҙы .

Йыйын күңелдә онотолмаҫ тәҫьораттар ҡалдырҙы : ауылға килеп ингәс тә ифрат матур һәм төҙөк өйҙәр , урам тулы уйнап йөрөгән, атайҙары һәм олатайҙары менән бергә нимәлер эшләп йөрөгән бала - сағалар , Ағинәй бүлмәһенән сығып барғанда күрше бүлмәлә ,, Һомай " көйөнә бейеү өйрәнгән малайҙар һәм ҡыҙҙар , милли йолалар , ғөрөф - ғәҙәттәр һағында торған рухиәтле , изге күңелле ағинәйҙәр ...

Афарин , ағинәйҙәр ! Рәхмәт һеҙгә !!!

Район "Ағинәйҙәр" ойошмаһы рәйесе Монасипова Гүзәл Миҙхәт ҡыҙы.