Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министры Андрей Назаров үҙенең социаль селтәрҙәрендә, Петербургта үткән халыҡ-ара иҡтисади форум тураһында уртаҡлашты: – Был көндәрҙә Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан стенды иғтибар үҙәгендә булыуын барыһы ла күрҙе. Йыл һайын кешеләрҙе һоҡландырырлыҡ нимәлер эшләй алабыҙ. Минеңсә, эш алымда. Беҙ иҫкелекте һәм яңылыҡты ихтирам менән берләштерәбеҙ. Беҙ был стенд менән нефть, бензин, нефть химияһы, бал кеүек традицион ресурстарҙан тыш, Башҡортостан бөгөн дә интеллектуаль һәм инновацион йүнәлештә проекттары күп булған Рәсәй субъекты булып тороуын күрһәтергә теләйбеҙ. Шуға күрә беҙ форумда юғары уҡыу йорттары араһындағы кампустың икенсе этабын тәҡдим иттек, ул уникаль архитектура формаларынан тыш, айырым йөкмәтке һәм мәғәнәгә эйә. Һәм геном үҙәге, ул ИТ-белгестәр әҙерләүгә генә түгел, ә интеллектуаль генетиканы өйрәнеүгә лә йүнәлтелгән. Юғары уҡыу йорттары араһындағы кампус менән бәйләнештә "Берлога" Киберфизик платформаһын күрһәтәбеҙ. Ул