"Сәләмәт Ватан" башланғысы менән Башҡортостанда күп функциялы спорт майҙансығы барлыҡҡа киләсәк. Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы барышында "Сәләмәт Ватан" дөйөм Рәсәй граждандарҙы патриотик һәм спорт тәрбиәһенә булышлыҡ итеү йәмәғәт хәрәкәте һәм Башҡортостан Хөкүмәте хеҙмәттәшлек тураһында Килешеү төҙөнө. Документҡа "Сәләмәт Ватан" хәрәкәте рәйесе Екатерина Лещинская һәм Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров ҡул ҡуйҙы. – Республикабыҙҙа "Сәләмәт Ватан" "Рәсәй өсөн 100 спорт майҙансығы" проектын тормошҡа ашыра. Шуныһы мөһим, улар төрлө маҡсатлы төркөмдәрҙең, шул иҫәптән һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең шөғөлләнеү зоналарының ихтыяждарын да иҫәпкә ала. Проект сиктәрендә Башҡортостан райондарының береһендә майҙаны 627 квадрат метрлыҡ һәм хаҡы 10,5 миллион һумлыҡ заманса күп функциялы спорт майҙансығы төҙөргә ниәтләйбеҙ, – тине Андрей Назаров. Күп функциялы майҙансыҡ 180 кешегә тиклем күмәк спорт сараларын үткәреүгә иҫәпләнгән. Унда уйын һәм балалар зоналары,