Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы майҙансығында Башҡортостан Башлығы һәм "Газпром межрегионгаз" компанияһының генераль директоры Сергей Густов төбәкте газлаштырыуҙың аралыҡ йомғаҡтарын тикшерҙе һәм артабанғы хеҙмәттәшлек йүнәлештәрен билдәләне. Республика етәксеһе "Газпром межрегионгаз"компанияһы менән үҙ-ара һөҙөмтәле эш итеүен билдәләне. Башҡортостан газ тултырыу темптары буйынса Рәсәй төбәктәре рейтингында икенсе урынды биләй. Осрашыуҙа Рус Юрмаш газ бүлеү станцияһы төҙөлөшөн тамамлау мәсьәләләре ҡаралды. Объектты сафҡа индереү Өфө ҡала агломерацияһын газ менән тәьмин итеүҙең ышаныслы системаһын булдырыуҙы тәьмин итәсәк һәм яҡын-тирәләге ауылдарҙы зәңгәр яғыулыҡ менән тәьмин итеүҙе яҡшыртасаҡ. – Был проект яңы күләмле башланғыстарҙы тормошҡа ашырырға мөмкинлек бирәсәк. Башҡортостан Хөкүмәте һәм шәхсән Радий Фәрит улы менән үҙ-ара килешеп эш итеүемде һыҙыҡ өҫтөнә алырға теләйем, – тине Сергей Густов журналистар менән әңгәмәлә. – Беҙҙең берлектәге хеҙмәтебеҙ реаль һөҙөмтәләр килтерә – газ республика халҡының йорттарына килә. Был ҙур дөйөм эш.Фото: Башҡортостан республикаһы Башлығының матбуғат хеҙмәте.