Найти в Дзене

Башҡортостан һәм "Росагролизинг" килешеү төҙөнө

Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы майҙансығында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм "Росагролизинг" компанияһының генераль директоры Павел Косов ауыл хужалығы техникаһын һәм ҡорамалдарын лизинглау өлкәһендә хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Документ машина-технологик станциялар селтәрен булдырыуҙы күҙ уңында тота. Был агротехнологик хеҙмәттәр күрһәтергә, техниканы һөҙөмтәле файҙаланырға, уңыш юғалтыуҙарын кәметергә һәм ауыл хужалығы продукцияһын етештереү күләмен арттырырға мөмкинлек бирәсәк. Шул уҡ ваҡытта, республика лизингҡа техника һатып алыуға субсидиялау программаларын башларға әҙер. 2025 йылда был маҡсатҡа төбәк бюджетынан 700 миллион һум бүленгән. Радий Хәбиров "Росагролизинг" менән хеҙмәттәшлекте ыңғай баһаланы һәм ауыл хужалығы техникаһы паркын артабан яңыртыу кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Бынан тыш, ике яҡ та Башҡорт дәүләт аграр университетында заманса ҡорамалдар менән "Росагролизинг" уҡыу класын булдырыу пландарын тикшерҙе. Был студенттарҙы лизинг продукттары менән эшләргә өйрәтергә һәм оҫталыҡ дәрестәре үткәрергә мөмкинлек бирәсәк. – Башҡортостан ауыл хужалығы техникаһына инвестициялар күләме буйынса илдең тәүге биш төбәге иҫәбенә инә, һуңғы биш йылда республика алдынғы позицияларын һаҡлап ҡала, – тип билдәләне Павел Косов.Фотолар: Башҡортостан республикаһы Башлығының матбуғат хеҙмәте.