Тауар йәки хеҙмәтте тотҡарлаған өсөн ҡасан тауар хаҡын ҡайтарыуҙы мөмкин Онлайн-заказығыҙҙы тотҡарлайҙар, аҡсағыҙҙы кире ҡайтармайҙар йәки техникағыҙҙы килешеүҙә ҡаралғандан оҙағыраҡ ремонтлайҙармы? Һатыусынан тауарҙы тотҡарлаған һәр көн өсөн неустойка һорағыҙ. «Роспотребнадзор»ҙың Башҡортостандағы идаралығы белгестәре ошо хаҡта аңлата. Әгәр алдан хаҡ индергән тауарығыҙ һеҙҙең ғәйебегеҙ менән һәм тәбиғәт шарттарына бәйле хәл иткеһеҙ шарттар арҡаһында тотҡарланмаһа – һәр көн өсөн алдан түләнгән күләмдең 0,5 проценты. Сумма һеҙ түләгән хаҡтан артыҡ булмаҫҡа тейеш. Әгәр һатыусы: – етешһеҙлеге булған продукцияны 7 көн эсендә алмаштырмаһа (етештереүсегә тауарҙың сифатын тикшереү талап ителһә – был ваҡыт 20 көнгә, тауар булмаһа, бер айға тиклем оҙайтыла);– аҡсаны кире ҡайтармаһа, тауарҙың етешһеҙлеге булыу сәбәпле хаҡын төшөрмәһә йәки етешһеҙлекте бөтөрөүгә бирелгән 20 көн эсендә зыянды ҡапламаһа;– килешеүҙә күрһәтелгән ваҡыт эсендә (45 көндән артыҡ түгел) етешһеҙлекте бөтөрмәһә – һәр көн өс
Тауар йәки хеҙмәтте тотҡарлаған өсөн ҡасан тауар хаҡын ҡайтарыу мөмкин
19 июня 202519 июн 2025
1 мин