Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Башҡортостан "Берҙәм Рәсәй" партияһының "Көслөләрҙе һайлау" проектына ҡушылды

Тейешле килешеүгә 19 июндә XXVIII Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы майҙансығында Радий Хәбиров һәм проект рәйесе, Рәсәй федерацияһы сенаторы, Рәсәй геройы, өс тапҡыр олимпия чемпионы Александр Карелин ҡул ҡуйҙы. Документ күмәк спортты үҫтереү һәм уны әүҙем пропагандалау, ҡала һәм ауыл биләмәләрендә матди-техник базаны яҡшыртыу өсөн көстәрҙе берләштереүҙе күҙ уңында тота. Башҡортостан биләмәһендә самбо, дзюдо, спорт көрәше кеүек көрәш төрҙәрен үҫтереүгә һәм популярлаштырыуға, дөйөм һәм өҫтәмә белем биреү системаһында уларҙың әһәмиәтен арттырыуға айырыуса иғтибар бүленә. – Бөгөн беҙ республикала "Көслөләрҙе һайлау" проектын үҫтерергә ҡарар иттек. Де-факто ул бар һәм эшләй – 200 мәктәптә самбо, грек-рим көрәше уҡытыла. Шуныһы мөһим, беҙ ошо дисциплиналар буйынса тренерҙар әҙерләнек, – тип билдәләне республика Башлығы – Проект һөҙөмтәле булыр, ә иң мөһиме – меңләгән малай һәм ҡыҙҙарға спортҡа ҡушылырға мөмкинлек бирер, тип ышанабыҙ. Ә иһә Александр Карелин Башҡортостандың физик культура

Тейешле килешеүгә 19 июндә XXVIII Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы майҙансығында Радий Хәбиров һәм проект рәйесе, Рәсәй федерацияһы сенаторы, Рәсәй геройы, өс тапҡыр олимпия чемпионы Александр Карелин ҡул ҡуйҙы. Документ күмәк спортты үҫтереү һәм уны әүҙем пропагандалау, ҡала һәм ауыл биләмәләрендә матди-техник базаны яҡшыртыу өсөн көстәрҙе берләштереүҙе күҙ уңында тота. Башҡортостан биләмәһендә самбо, дзюдо, спорт көрәше кеүек көрәш төрҙәрен үҫтереүгә һәм популярлаштырыуға, дөйөм һәм өҫтәмә белем биреү системаһында уларҙың әһәмиәтен арттырыуға айырыуса иғтибар бүленә. – Бөгөн беҙ республикала "Көслөләрҙе һайлау" проектын үҫтерергә ҡарар иттек. Де-факто ул бар һәм эшләй – 200 мәктәптә самбо, грек-рим көрәше уҡытыла. Шуныһы мөһим, беҙ ошо дисциплиналар буйынса тренерҙар әҙерләнек, – тип билдәләне республика Башлығы – Проект һөҙөмтәле булыр, ә иң мөһиме – меңләгән малай һәм ҡыҙҙарға спортҡа ҡушылырға мөмкинлек бирер, тип ышанабыҙ. Ә иһә Александр Карелин Башҡортостандың физик культураны һәм спортты үҫтереү тәжрибәһен юғары баһаланы. – Республика халыҡта сәләмәт йәшәү рәүеше ҡиммәттәрен юғарыға күтәргән, был көнләшерлек, – тип билдәләне олимпия чемпионы. – Бында "Ауыл тренеры" программаһы уңышлы эшләй, ул хатта иң алыҫ ауылдарҙа ла балаларға спорт, шул иҫәптән, көрәш менән шөғөлләнергә мөмкинлек бирә. Шуны билдәләп үтәйек, килешеүгә ҡул ҡуйыу форумда "Көслөләрҙе һайлау" стендын асыу тантанаһында үтте. Унда "Берҙәм Рәсәй" партияһы илдең көрәш, дзюдо һәм самбо көрәшен үҫтереүҙәге ҡаҙаныштарын тәҡдим итте. "Берҙәм Рәсәй" партияһының Генераль советы секретаре, Федерация Советы Рәйесенең беренсе урынбаҫары Владимир Якушев, "Көслөләрҙе һайлау" проекты төрлө йәштәге бик күп кешеләрҙе берләштерергә мөмкинлек бирәсәк, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. – Беҙ спорт физик һәм рухи яҡтан көслө булыуына булышлыҡ иткән йәштәрҙе берләштерербеҙ тип иҫәпләйбеҙ. Уларҙан илебеҙҙең илһөйәр һәм социаль яуаплы граждандары үҫәсәк, – тине Владимир Якушев. – Илебеҙҙең бөтә территорияһында партия проекты сараларын тормошҡа ашырыуҙа уңыштар теләйем. Рәсәйҙең спорт министры Михаил Дегтярев, проектта бөтәһе 2 900 мәктәп һәм 250 юғары уҡыу йорто ҡатнашасаҡ, дәрестәр миллионға яҡын уҡыусыны һәм студентты үҙ эсенә аласаҡ, тип билдәләне.Фотолар: Башҡортостан республикаһы Башлығының матбуғат хеҙмәте.