19 июндә XXVIII Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Дағстан Башлығы Сергей Меликов хеҙмәттәшлек тураһында хөкүмәт-ара килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ике республика араһында сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлек тураһында тәүге килешеүгә 1995 йылдың 16 майында ҡул ҡуйылғайны. – Беҙҙең төбәктәрҙе бик күп нәмә бәйләй. Башҡортостанда 20 йылдан ашыу дағстан милли-мәҙәни үҙәге уңышлы эшләй. Ә һеҙҙең республикала – "СалауатБыяла" Башҡортостан предприятиеһы, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Беҙ күп милләтле Дағстандың нисек үҫешеүен шатланып күҙәтәбеҙ. Дағстан башлығы, үҙ сиратында, документ ике төбәктең хеҙмәттәшлек перспективаларын киңәйтергә мөмкинлек бирәсәк, тип билдәләне.Фотолар: Башҡортостан республикаһы Башлығының матбуғат хеҙмәте.
Башҡортостан менән Дағстан төбәк-ара хеҙмәттәшлекте киңәйтә
19 июня 202519 июн 2025
~1 мин