19 июндә Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы майҙансығында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм “Татлы тормош” компаниялар төркөмөнөң генераль директоры Альберт Гусев республика Хөкүмәтенең “Свит Лайф Фудсервис” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Документ Өфөлә дистрибьюторлыҡ сауҙа-бүлеү үҙәген төҙөүҙе күҙ уңында тота. Майҙаны 36 мең квадрат метрлыҡ комплексты 2029 йылдың аҙағына тиклем төҙөргә планлаштыралар, был 1 000 яңы эш урыны булдырырға мөмкинлек бирәсәк. Альберт Гусев хәбәр итеүенсә, үҙәк “Свит Лайф Фудсервис” һатып алған һәм ҡайтанан йыһазландырырға ниәтләгән Өфө–Аэропорт автомобиль юлы янындағы элекке Castorama магазины бинаһында урынлашасаҡ. Артабан склад комплексы ике тапҡырға киңәйтеләсәк, был өҫтәмә инвестициялар талап итәсәк. – Өфөлә яңы логистик комплекс булдырыу дистрибуция селтәрен үҫтереүҙә мөһим аҙым буласаҡ. Был Волга буйы федераль округында иң заманса бүлеү үҙәктәренең береһе буласаҡ, – тип билдәләне Альберт Гусев. –