Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

“Мостострой-11” директоры менән осрашыу

XXVIII Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Республика етәксеһе Радий Хәбиров “Мостострой-11” акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры (“Нацпроектстрой” компаниялар төркөмөнә инә) Николай Руссу менән осрашты. Көн тәртибендә – республика менән хеҙмәттәшлек һәм эре инфраструктура проекттарын тормошҡа ашырыу мәсьәләләре. Төбәк етәксеһе Стәрлетамаҡта Ағиҙел йылғаһы аша автомобиль күперен реконструкциялау сиктәрендә ҙур күләмдә башҡарылған эштәр өсөн “Мостострой-11” акционерҙар йәмғиәте коллективына рәхмәт белдерҙе. Объектты Башҡортостандың транспорт системаһын үҫтереү дәүләт программаһы буйынса яңырталар. Проектҡа һалыуҙарҙың дөйөм күләме – 3,3 миллиард һум. Эштәрҙе 2026 йылдың аҙағына тиклем тамамларға планлаштыралар. – Стәрлетамаҡҡа даими киләм һәм һеҙҙең эш темптарығыҙ бик яҡшы тип әйтә алам, – тип билдәләне Радий Хәбиров. “Мостострой-11” акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры күпер үткәүелен реконструкциялау графигын артабан да үтәүгә ышанысын белдерҙе. - Беҙ Рәсәйҙең күп төбәк

XXVIII Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Республика етәксеһе Радий Хәбиров “Мостострой-11” акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры (“Нацпроектстрой” компаниялар төркөмөнә инә) Николай Руссу менән осрашты. Көн тәртибендә – республика менән хеҙмәттәшлек һәм эре инфраструктура проекттарын тормошҡа ашырыу мәсьәләләре. Төбәк етәксеһе Стәрлетамаҡта Ағиҙел йылғаһы аша автомобиль күперен реконструкциялау сиктәрендә ҙур күләмдә башҡарылған эштәр өсөн “Мостострой-11” акционерҙар йәмғиәте коллективына рәхмәт белдерҙе. Объектты Башҡортостандың транспорт системаһын үҫтереү дәүләт программаһы буйынса яңырталар. Проектҡа һалыуҙарҙың дөйөм күләме – 3,3 миллиард һум. Эштәрҙе 2026 йылдың аҙағына тиклем тамамларға планлаштыралар. – Стәрлетамаҡҡа даими киләм һәм һеҙҙең эш темптарығыҙ бик яҡшы тип әйтә алам, – тип билдәләне Радий Хәбиров. “Мостострой-11” акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры күпер үткәүелен реконструкциялау графигын артабан да үтәүгә ышанысын белдерҙе. - Беҙ Рәсәйҙең күп төбәктәрендә – Сахалиндан алып Санкт-Петербургҡа тиклем эшләйбеҙ. Башҡортостан биләмәһендә лә проекттарҙы тормошҡа ашырыу тәжрибәһе бар, – тине Николай Руссу. – Стәрлетамаҡтағы объектты билдәләнгән ваҡытта тапшырырға ниәтләйбеҙ. Шул уҡ ваҡытта эштәрҙе тиҙләтеү мөмкинлектәрен ҡарайбыҙ. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.