Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Улар беҙҙең элекке дуҫтар

Башҡортостан һәм Донецк Халыҡ Республикаһы сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник, социаль һәм мәҙәни өлкәләрҙә үҙ-ара килешеп эш итеүҙе нығыта. Был хаҡта килешеүҙәр Башҡортостан Хөкүмәте менән ДХР Хөкүмәте араһында хеҙмәттәшлек һәм тәжрибә уртаҡлашыу буйынса ниәттәр тураһында килешеүҙә нығытылды. Документҡа 19 июндә Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы майҙансығында республика Башлығы Радий Хәбиров һәм ДХР Башлығы Денис Пушилин ҡул ҡуйҙы. - Башҡортостан – Донбасс халҡы өсөн дуҫ һәм бик яҡын, туғандаш республика. Шуға күрә элек төҙөлгән берлектәге эш хәҙер бизнес-берләшмә, предприятиелар менән хеҙмәттәшлек итеү мөмкинлеге менән тулыландырыла. Ә был иҡтисади яҡтан отошло үҙ-ара эш итеү, ул Башҡортостанда ла, Донецк Халыҡ Республикаһында ла халыҡҡа файҙа килтерергә тейеш, – тине Денис Пушилин. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.