Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

"Төбәк" Финанс-төҙөлөш компанияһы менән Башҡортостан партнерҙар булды

Финанс-төҙөлөш компанияһының структураһына ингән "Төбәк" дәүләт компанияһы һәм Башҡортостан Хөкүмәте Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Ике яҡтың эше комплекслы төҙөлөш проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә төҙөлөш тармағын үҫтереү маҡсатында үҙ-ара эш итеүгә һәм оҙайлы хеҙмәттәшлеккә йүнәлтеләсәк. Берлектәге эш "Төбәк" һәм "Өфө-Сити" торлаҡ комплексының беренсе проектына ҡағыла. Документҡа Башҡортостандың премьер-министры Андрей Назаров һәм финанс-төҙөлөш компанияһы генераль директорының беренсе урынбаҫары Роман Капинос ҡул ҡуйҙы. – Бөгөн торлаҡ комплекстарының бөтә кәрәкле инфраструктура менән бергә барлыҡҡа килеүенә иғтибар итәбеҙ. Башҡортостан 2030 йылға тиклем 7,5 миллион квадрат метрҙан ашыу күләмдә ҡала төҙөлөшө потенциалын тәьмин итеү буйынса федераль үҙәк алдында йөкләмә алды. Дөйөм алғанда, республика торлаҡты сафҡа индереүҙең ыңғай динамикаһын даими күрһәтә. Уҙған биш йыллыҡта беҙ 10 миллион квадрат метрҙан ашыу ерҙә төҙөнөк, – тип билдәләне Андрей Наз

Финанс-төҙөлөш компанияһының структураһына ингән "Төбәк" дәүләт компанияһы һәм Башҡортостан Хөкүмәте Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Ике яҡтың эше комплекслы төҙөлөш проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә төҙөлөш тармағын үҫтереү маҡсатында үҙ-ара эш итеүгә һәм оҙайлы хеҙмәттәшлеккә йүнәлтеләсәк. Берлектәге эш "Төбәк" һәм "Өфө-Сити" торлаҡ комплексының беренсе проектына ҡағыла. Документҡа Башҡортостандың премьер-министры Андрей Назаров һәм финанс-төҙөлөш компанияһы генераль директорының беренсе урынбаҫары Роман Капинос ҡул ҡуйҙы. – Бөгөн торлаҡ комплекстарының бөтә кәрәкле инфраструктура менән бергә барлыҡҡа килеүенә иғтибар итәбеҙ. Башҡортостан 2030 йылға тиклем 7,5 миллион квадрат метрҙан ашыу күләмдә ҡала төҙөлөшө потенциалын тәьмин итеү буйынса федераль үҙәк алдында йөкләмә алды. Дөйөм алғанда, республика торлаҡты сафҡа индереүҙең ыңғай динамикаһын даими күрһәтә. Уҙған биш йыллыҡта беҙ 10 миллион квадрат метрҙан ашыу ерҙә төҙөнөк, – тип билдәләне Андрей Назаров. "Өфө-Сити" торлаҡ комплексының беренсе йорттарын төҙөүгә планлаштырылған инвестициялар күләме 4,5 миллиард һум тәшкил итәсәк. Проектты тормошҡа ашырыу заманса уңайлы ҡала мөхитен булдырыу принциптарына ярашлы алып барыласаҡ. – Айырым алынған төбәк ихтыяждарына ярашлы юғары класлы уңайлы торлаҡ төҙөү кәрәклеген аңлайбыҙ, ә был партнерлыҡ мөнәсәбәттәрен булдырмайса мөмкин түгел. Республика Хөкүмәте менән килешеү яңы проекттарҙы тормошҡа ашырыу юлында тәүге аҙым булыр, тип ышанам, – тип билдәләне Роман Капинос. Фотолар:Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте