16 июндән 22 июнгә тиклем халыҡ-ара ”Өфөлә онкоурология аҙнаһы” форумы үтә. Сараны Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Башҡорт дәүләт медицина университеты ойоштора. Ул университет майҙанында һәм Өфөнөң вуз-ара кампусында “Йәштәр һәм балалар” милли проекты ярҙамында үтә. Төп тема – онкоурология өлкәһендәге тикшеренеүҙәр, халыҡ-ара һәм Рәсәй клиник тәжрибәһе тураһында фекер алышыу. – Башҡортостанда һәр икенсе яман шеш иртә стадияла диагнозлана. Һуңғы ун йылда иртә стадиялағы диагностика кимәле 20 процентҡа артты. Медицина ярҙамы сифаты яҡшырыуы күрһәткестәрҙең артыуына килтерҙе. Хәҙер пациенттар диагноз ҡуйылғандан һуң йылдар буйы йәшәй һәм эшләүҙәрен дауам итә. Беҙҙең төп бурыс –халыҡ үлемен ҡыҫҡартыу. Шуға күрә сирҙе дауалау һәм диагностикалау өлкәһендә яңы ҡараш һәм саралар, тәжрибә уртаҡлашыу кәрәк, – тип билдәләне һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин. Ҙур сара төп белгестәрҙе, ғилми коллективтарҙы, алты ил урологтарын йыйҙы. Университет ректоры, академик, профессор Валентин Пав