▶️ Бөгөн Өфө районында ҡымыҙсылар конкурсы уҙа. Башҡортостан йылҡысылыҡ буйынса Рәсәйҙә Саха-Яҡут республикаһынан ҡала икенсе урында тора. Барлыҡ хужалыҡтарҙы бергә алғанда, 130 меңдән ашыу баш йылҡы малы иҫәпләнә. Шул иҫәптән ауыл хужалығы предприятиеларында 39 мең, фермер хужалыҡтарында — 27 мең баш, ҡалғаны, йәғни 70 меңгә яҡыны — шәхси хужалыҡтарҙа аҫрала. Ҡымыҙ етештереүҙә уҙған йыл күрһәткестәре буйынса беҙ Рәсәйҙә беренсе урында, илдәге ҡымыҙҙың 70 проценты Башҡортостанға тура килә. Иң күп йылҡы көтөүсе райондар – республиканың Урал аръяғы өлөшөндә урынлашҡан, мәҫәлән Баймаҡта – 10 меңдән ашыу, Әбйәлилдә 8 меңдән күберәк, Учалыла 6 мең, Ейәнсура, Белорет һәм Хәйбуллала 4 мең тирәһе баш йылҡы көтәләр. Йылҡысылыҡ — борондан ҡалған, матди мәҙәниәтебеҙҙең ҙур өлөшөнә әйләнгән тармаҡ. Бигерәк тә републиканың көнъяҡ райондары өсөн ул ҡулай кәсеп. Күмәк хужалыҡтар таралыу һөҙөмтәһендә буш ятып ҡалған ерҙәр тибенлек өсөн етерлек бында. Һыйыр, һарыҡ малы менән сағыштырмалы уға аҙыҡ та кү
Иҡтисади Башҡортостан - 19.06.2025 Йылҡысылыҡ һәм ҡымыҙ етештереүҙе үҫтереү - мөһим мәсьәлә
19 июня 202519 июн 2025
1
1 мин