Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

95 йыл дөрөҫлөктө яҙа

Ҡырмыҫҡалы районының "Кармаскалинская новь" гәзите 95 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Башта ҡунаҡтар Шайморатов ауылындағы Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовтың һәйкәленә сәскәләр һалды. Артабан юбилей кисәһе ауыл клубында Шайморатов музейында түңәрәк өҫтәл булараҡ үткәрелде. Баҫманың баш мөхәррире Әлфиә Әхмәҙуллина һөйләүенсә, гәзит райондың тын алышын тулыһынса халыҡҡа ваҡытында еткереп тора, иң мөһиме, дөрөҫлөктө яҙа. Әйткәндәй, "Кармаскалинская новь"тан тыш, бында башҡорт телендә "Даирә" (мөхәррире – Гөлсәсәк Алачева) һәм татар телендә "Үзән" (Гөлсәсәк Әсәҙуллина) тигән гәзиттәр ҙә нәшер ителә. Башҡортостан "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто акционерҙар йәмғиәтенең медиадиректоры Ринат Шәйбәков менән бүлек начальнигы Азамат Абдрафиҡов ҡотлау һүҙҙәрен әйтте, бүләктәр тапшырҙы. Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе, "Башҡортостан" республика гәзитенең баш мөхәррре, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Вәдүт Исҡовтың һүҙҙәренә ҡарағанда, журналистар сою

Ҡырмыҫҡалы районының "Кармаскалинская новь" гәзите 95 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Башта ҡунаҡтар Шайморатов ауылындағы Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовтың һәйкәленә сәскәләр һалды. Артабан юбилей кисәһе ауыл клубында Шайморатов музейында түңәрәк өҫтәл булараҡ үткәрелде. Баҫманың баш мөхәррире Әлфиә Әхмәҙуллина һөйләүенсә, гәзит райондың тын алышын тулыһынса халыҡҡа ваҡытында еткереп тора, иң мөһиме, дөрөҫлөктө яҙа. Әйткәндәй, "Кармаскалинская новь"тан тыш, бында башҡорт телендә "Даирә" (мөхәррире – Гөлсәсәк Алачева) һәм татар телендә "Үзән" (Гөлсәсәк Әсәҙуллина) тигән гәзиттәр ҙә нәшер ителә. Башҡортостан "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто акционерҙар йәмғиәтенең медиадиректоры Ринат Шәйбәков менән бүлек начальнигы Азамат Абдрафиҡов ҡотлау һүҙҙәрен әйтте, бүләктәр тапшырҙы. Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе, "Башҡортостан" республика гәзитенең баш мөхәррре, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Вәдүт Исҡовтың һүҙҙәренә ҡарағанда, журналистар союзына рәйес булып һайланғандан һуң тәүге тапҡыр кәңәшмәне тап Ҡырмыҫҡалы районында уҙғарған. – Миңлеғәле Шайморатовтың тыуған еренә килеүемә сикһеҙ шатмын, ҡырмыҫҡалыларҙың тырыш булыуҙары ҡыуандыра, – тине Вәдүт Ғәйфулла улы. – Гәзит хеҙмәткәрҙәренең ҡырмыҫҡа шикелле әүҙемлеге һәм егәрлелеге һоҡландыра. Луганск Халыҡ Республикаһында кемдән генә һорама, барыһы ла яҡташыбыҙ Шайморатовты яҡшы белә, Геройҙы хөрмәт итәләр һәм ҡәҙерләйҙәр. Форсаттан файҙаланып, махсус хәрби операция ҡатнашҡан һәм батырҙарса һәләк булған Тимерйән Рәжәповтың нәҡ Миңлеғәле Шайморатовтың исемен халыҡҡа ҡайтарыуға тос өлөш индереүен һыҙыҡ өҫтөнә алыр инем. Вәдүт Исхаҡов иң-иңдәргә иҫтәлекле бүләктәрен тапшырҙы. Фото: Илдар Аҡъюлов.