Найти в Дзене

Йәш актер вафат булған...

Ниндәй талантлы һәм йәп-йәш артистың арабыҙҙан китеүе бигерәк тә аяныслы. Хатта йәшәп тә өлгөрмәгән бит ул... Габриэль Адисон 10 йәшендә Айнур Асҡаровтың комедияһында блогер Булат ролен уйнаған ине. Бер айҙан уға 15 йәш тулыр ине... "Йыл ғаиләһе" фильмының режиссеры Айнур Асҡаров хәбәр итеүенсә, йәш актер фильмдың ысын йондоҙона әүерелгән. Габриэлдең үлем сәбәбе - яман сир. Йәш артист бер ни тиклем ваҡыт Өфөлә йәшәгән, актерлыҡ оҫталығы менән мауыҡҡан, Мәскәүҙә «Ирбис» театр мәктәбендә шөғөлләнгән. «Йыл ғаиләһе» комедияһы Өфөлә, Әбйәлил һәм Белорет райондарында төшөрөлә. Фильмдың премьераһы 2021 йылдың сентябрендә булды. "Габриэлды беҙ оҙаҡ эҙләнек, был ҡыҙыҡлы тарих. Беҙ "Из Уфы с любовью“ны төшөргәндә үк, мин лифтта бер малайҙы осраттым, уға алты йәш ине. Ә "Йыл ғаиләһе"н төшөрә башлағанда, хәҙер ул үҫкән һәм тап беҙгә кәрәкле булырға тейеш, тип уйланыҡ. Бөтә Өфөнө айҡап сыҡтыҡ, таба алманыҡ. Мәскәүҙә эҙләй башланыҡ. Был малайҙы алып килделәр, эшләй башланыҡ. Шунан уның элек Өфө

Ниндәй талантлы һәм йәп-йәш артистың арабыҙҙан китеүе бигерәк тә аяныслы. Хатта йәшәп тә өлгөрмәгән бит ул... Габриэль Адисон 10 йәшендә Айнур Асҡаровтың комедияһында блогер Булат ролен уйнаған ине. Бер айҙан уға 15 йәш тулыр ине... "Йыл ғаиләһе" фильмының режиссеры Айнур Асҡаров хәбәр итеүенсә, йәш актер фильмдың ысын йондоҙона әүерелгән. Габриэлдең үлем сәбәбе - яман сир. Йәш артист бер ни тиклем ваҡыт Өфөлә йәшәгән, актерлыҡ оҫталығы менән мауыҡҡан, Мәскәүҙә «Ирбис» театр мәктәбендә шөғөлләнгән. «Йыл ғаиләһе» комедияһы Өфөлә, Әбйәлил һәм Белорет райондарында төшөрөлә. Фильмдың премьераһы 2021 йылдың сентябрендә булды. "Габриэлды беҙ оҙаҡ эҙләнек, был ҡыҙыҡлы тарих. Беҙ "Из Уфы с любовью“ны төшөргәндә үк, мин лифтта бер малайҙы осраттым, уға алты йәш ине. Ә "Йыл ғаиләһе"н төшөрә башлағанда, хәҙер ул үҫкән һәм тап беҙгә кәрәкле булырға тейеш, тип уйланыҡ. Бөтә Өфөнө айҡап сыҡтыҡ, таба алманыҡ. Мәскәүҙә эҙләй башланыҡ. Был малайҙы алып килделәр, эшләй башланыҡ. Шунан уның элек Өфөлә йәшәүе һәм лифтта тап уның менән осрашыуыбыҙ асыҡланды. Бына шундай ғәжәп хәл", - тип һөйләй Булат роленә актер һайлау тураһында Айнур Асҡаров. Габриэль Адисон иҫтәлегенә Өфөнөң «Родина» кинотеатрында «Йыл ғаиләһе» фильмы күрһәтегән һәм хәйриәгә йыйылған аҡса малайҙың ғаиләһенә тапшырыласаҡ. Фото: "Башинформ"