Найти в Дзене

Студент әсәләргә пособие арттырыла

Дәүләт Думаһы депутаттары тәүге уҡыуҙа студенттарға йөклөлөк һәм бала табыу буйынса пособие күләмен арттырыу тураһында закон проектын ҡабул итте. Ул вуздарҙа, өҫтәмә һөнәр биреү һәм фәнни ойошмаларҙа уҡыусы ҡатын-ҡыҙҙарға ҡағыла. Башланғыс Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса тормошҡа ашырыла. Түләүҙәрҙе суденттар уҡыған биләмәләге хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың йәшәү минимумына еткереү планлаштырыла. Шулай итеп, йөклөлөк һәм бала табыу буйынса пособиеның уртаса күләме һөнәр алыусы ҡатын-ҡыҙҙар өсөн 90 202 һум тәшкил итә. Әлеге ваҡытта бындай пособие стипендия күләмендә түләнә һәм 23 мең һумдан артмай ине. “Буласаҡ әсәләргә, балалы йәш ғаиләләргә ярҙам итеү мөһим. Уларҙың именлеге кимәлен күтәреү – төп бурыстарҙың береһе. Балалы ғаиләләр һаны, шул иҫәптән, күп балалылар беҙҙең илдә артырға тейеш. Быға халҡыбыҙҙы һаҡлау бәйләнгән – был дәүләттең,, көслө Рәсәйҙең нигеҙе”, – тине Дәүләт Думаһы Рәйесе Вячеслав Володин. Нәсих Хәлисов фотолары.