Хәҙер күптәр һалабаштан мунса йыуғысы эшләп, йыуынғандарын белмәйҙер ҙә инде. Ә инде һалабаш һалып, септә, арҡан үреүҙәр хәҙер тарих булып ҡалды. Уйлап ҡарағанда, йүкәнҽң кәрәкмәгән ҽрҽ юҡ, бик күп кѳнкүрештә кәрәкле әйберҙәр эшләргә мѳмкин. Башҡорттар шифалы йүкә балын ашап, уның йомшаҡ миндеген ҡулланып ҡына ҡалмаған, кѳнкүрештә лә киң ҡулланған. Мәҫәлән башҡорт аттарын ҡәҙҽрләп, һаҡлап тотҡан, улар өсөн йүкәнән тышауҙар ишкән, сҽптәләр үргән. Балалар өсөн матур ҡурсаҡтар ҙа эшләһәләр, ә аш-һыу өсөн йүкәнән ишҽлгән һауыт һабалар иң кәрәклҽһҽ булған. Бөгөн һалабаш һалған кешене бик һирәк осратаһың. Күптәр был шөғөлдө нисек эшләргә кәрәк икәнен дә белмәй. Әйткәндәй, һеҙҙең яҡтарҙа һалабаш һалыусылар бармы? Автор фотоһы