...Тик минең был ҡылығымды бер кем дә аңламай. Имеш, мин – кәкүк-әсәй. Ә атаһының да әсәй кеүек үк хоҡуҡта икәнен бер кем дә аңларға теләмәй... Радмир менән йәшләй өйләнештек беҙ. Ул саҡ армиянан ҡайтты, мин мәктәпте тамамлап, техникумдың беренсе курсында уҡый инем. Иҫ китерлек мөхәббәт тә булмағандыр арала. Минең тиҙерәк өлкән булғы, ата-әсәйемдән китеп үҙаллы йәшәгем килә ине. Улар – ҡаты кешеләр, дуҫтарым менә аралаштырманы, егеттәр тураһында бөтөнләй һүҙ ҙә юҡ ине. Шуға бәлиғ булыу менән тәүге осратҡан егет - Радмир шәп кеүек тойолдо. Йәшлегем менәнме, уның холҡоноң кире яҡтарын күрмәгәнмен. Юҡ, эсеп, һуғышып йөрөмәне. Ни бары тиран ине. Мине һәр ваҡыт баҫты, әхлаҡи яҡтан кәмһетте. Үҙе ныҡ итеп көнләште, уҡып бөткәнсе күпме нервымды ашаны. Ә диплом алғас, өйгә бикләне. - Эшкә йөрөмә, үҙем аҡса табам, - тине. Эйе, аҡсаһы яғынан һүҙ ҙә юҡ, эшләй белә ине. Фатирыбыҙ, машинабыҙ булды, ас ултырманыҡ. Тик мине әллә ни шаштырманы ла. - Өйҙә ултырғас, матур кейем нимәгә һиңә, ашарыңа бар,