Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Баймаҡ яңылыҡтары

Бөгөн Таулыҡай ауыл мәҙәниәт йортонда "Айыҡ ауыл" республика конкурсына тағы ла бер тапҡыр байҡау яһалды, әүҙемдәр тәбрикләнде

Бөгөн Таулыҡай ауыл мәҙәниәт йортонда "Айыҡ ауыл" республика конкурсына тағы ла бер тапҡыр байҡау яһалды, әүҙемдәр тәбрикләнде. Конкурс сиктәрендә үткән барлыҡ сараларҙа ауыл халҡы бик актив ҡатнашты. Ошо сараларҙы ойоштороусылар, интернет һәм гәзиттә яҡтыртып барыусылар, ғөмүмән, республика кимәленә сығыуҙа ҙур өлөш индереүселәр хеҙмәте баһаланды. Ҡотлауҙар өлөшөнә тиклем ауыл биләмәһе башлығы Ҡәйүм Уразбаев, Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Азамат Мөхәмәтшин, район Советы секретары Иҙел Әбүбәкиров, мәктәп уҡытыусыһы Ғәзиз Байегетов, ауыл Советы депутаты Әнүзә Таһир ҡыҙы, "Уңғандар" клубы етәксеһе Хәнифә Азамат ҡыҙы, ошо ауыл ҡыҙы, әлеге ваҡытта"Һаҡмар" гәзитендә яуаплы секретарь булып эшләүсе Лилиә Әхәт ҡыҙы, ауыл хакимиәте белгесе Гөлгөнә Әбделхай ҡыҙы, имам-хатиб Мазһар Әбделхәй улы конкурс барышы тураһындағы фекерҙәре, унан алған тәьҫораттары менән уртаҡлашты. Уларҙың барыһының да сығышы бик матур һәм фәһемле булды. Альбина Байегетова.

Бөгөн Таулыҡай ауыл мәҙәниәт йортонда "Айыҡ ауыл" республика конкурсына тағы ла бер тапҡыр байҡау яһалды, әүҙемдәр тәбрикләнде.

Конкурс сиктәрендә үткән барлыҡ сараларҙа ауыл халҡы бик актив ҡатнашты. Ошо сараларҙы ойоштороусылар, интернет һәм гәзиттә яҡтыртып барыусылар, ғөмүмән, республика кимәленә сығыуҙа ҙур өлөш индереүселәр хеҙмәте баһаланды.

Ҡотлауҙар өлөшөнә тиклем ауыл биләмәһе башлығы Ҡәйүм Уразбаев, Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Азамат Мөхәмәтшин, район Советы секретары Иҙел Әбүбәкиров, мәктәп уҡытыусыһы Ғәзиз Байегетов, ауыл Советы депутаты Әнүзә Таһир ҡыҙы, "Уңғандар" клубы етәксеһе Хәнифә Азамат ҡыҙы, ошо ауыл ҡыҙы, әлеге ваҡытта"Һаҡмар" гәзитендә яуаплы секретарь булып эшләүсе Лилиә Әхәт ҡыҙы, ауыл хакимиәте белгесе Гөлгөнә Әбделхай ҡыҙы, имам-хатиб Мазһар Әбделхәй улы конкурс барышы тураһындағы фекерҙәре, унан алған тәьҫораттары менән уртаҡлашты. Уларҙың барыһының да сығышы бик матур һәм фәһемле булды.

Альбина Байегетова.

-2
-3
-4
-5
-6