Башҡортостанда буласаҡ беренсе класс уҡыусыларының 40 меңдән ашыу ата-әсәһе “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша ғариза биреү өсөн электрон сервистан файҙаланған. Электрон хеҙмәттәрҙе үҫтереү “Мәғлүмәт иҡтисады һәм дәүләтте һанлы трансформациялау” милли проектының (национальный проект «Экономика данных и цифровая трансформация государства») маҡсаттарына тап килә, тип хәбәр иттеләр төбәктең Дәүләт идаралығын һанлы үҫтереү министрлығынан. Теркәү йәки ваҡытлыса теркәлеү урыны буйынса балаларҙы, шулай уҡ льготаларға дәғүә итеүселәрҙе беренсе класҡа яҙыу өсөн документтар ҡабул итеү 30 июнгә тиклем дауам итәсәк. Хеҙмәт менән төбәк дәүләт хеҙмәттәре порталы йәки федераль портал аша файҙаланырға мөмкин. Льготаға дәғүә иткән ата-әсәләр документтарҙың төп нөсхәләрен бирергә тейеш, уларҙы электрон төрҙә раҫлап булмай. “Республикала балаларҙы беренсе класҡа яҙҙырыу хеҙмәте федераль һәм төбәк дәүләт хеҙмәттәре порталында күрһәтелә. Электрон форматтың төп өҫтөнлөгө – уңайлылыҡ һәм ваҡытты экономиялау. Әг