Ҡала булһа ла, бер подъезда йәшәгән күршеләрҙең тормошо ус төбөндәгеләй бит ул. Үҙ-ара аралашмаған хәлдә лә, бер-береһе тураһында бар нәмәне белеп торалар. Бер заман оҙаҡ йылдар йәшәгән Ғәлиә инәй үлеп, балалары уның фатирын һатырға ҡарар итте. Яңғыҙы шым ғына ғүмер иткән әбейҙең торлағын йәш пар Айгөл менән Ильяс һатып алды. Йәштәргә тәүге көндәрҙән иғтибар ҙур булды. Улар үҙҙәре лә алсаҡ, һәр кем менән күрешеп йөрөй башланы, өлкәндәргә ярҙам итеүҙән баш тартманы. Бәләкәй балаларҙы яраталар, һәр саҡ тәм-том менән һыйлайҙар. Ғаиләнең бында йәшәүенә дүрт йыл үтте, тик уларҙың һаман балалары булманы. Айгөл бер күршеһенә һаулыҡтары менән проблема барлығы, шуға сабый таба алмауҙары тураһында һөйләгән. Күптәр уларҙы йәлләп ҡараны. Йәштәре лә әллә ҡасан утыҙҙы үтте бит инде. Ә тағы бер йылдан был фатирҙан да бала тауыштары сыға башланы. Тик үҙҙәренеке түгел, ә балалар йортонан алыуҙары асыҡланды. Шуныһы һәйбәт, бәпестәре бәләкәй ине. Бөтәһе лә, улар малайҙы үҙенеке кеүек яратыр, тип көттө. Т