Найти в Дзене

Азат Бадранов: "Һеҙ – ышаныслы таянысыбыҙ"

14 июндә республикала Башҡорт матбуғаты һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнде. Тәүге гәзит сыҡҡандан алып хәҙерге заман мультимедиа платформаларына тиклем Башҡортостан киң мәғлүмәт саралары ҙур юл үтеп, власть менән йәмғиәт, тарих һаҡлаусы һәм хәҙерге заман йылъяҙмасыһы араһында ышаныслы күпергә әйләнде. Беҙҙең журналистар граждандар йәмғиәтен, мәҙәниәтен, телен үҫтереүгә, милләт-ара татыулыҡты нығытыуға һәм республиканың ыңғай образын формалаштырыуға көн һайын тос өлөш индерә. Башҡорт матбуғаты һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре көнө айҡанлы бөгөн “Башинформ” мәғлүмәт агентлығында тантаналы сара үтте. Унда Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Азат Бадранов матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән тәбрикләне һәм ил өсөн ауыр ваҡытта хәҡиҡәт ҡоралы, мәғлүмәт хәүефһеҙлеге ҡалҡаны, фронт менән тыл араһында күпер булып торған бер төркөм хеҙмәттәштәребеҙгә Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградаларын тапшырҙы. – Һөнәри байрамығыҙҙа иң мөһиме – рәхмәт һүҙҙәре. Башҡортостан Республикаһының бөтә идара итеү командаһынан, айырыуса геосәйәси саҡырыуҙар мәлендә, хәрби хәрәкәттәр алып барылған мәлдә, интернет, социаль медиа үҫешкән мәлдә, дөрөҫ булмаған мәғлүмәт күп булғанда, бәғзеләр хәлде тотороҡһоҙландырырға тырышҡанда, беҙҙең традицион киң мәғлүмәт саралары мөһим роль уйнай. Социаль медиала мәғлүмәт өсөн яуаплылыҡ төшөнсәһе юҡ, әммә был беҙҙең традицион киң мәғлүмәт сараларында бар. Был ысынлап та бик мөһим. Был муниципаль киң мәғлүмәт сараларының, беҙҙең мәғлүмәт хеҙмәттәренең, телевидениеның, республика гәзит-журналдарының эше лә. Һеҙҙең өлөшөгөҙ, ролегеҙ ҙур, әһәмиәтле, ҡайһы берҙә ҡарашығыҙ заманса күләмдәр, репостар һәм башҡалар менән буталып торһа ла. Әммә традицион киң мәғлүмәт сараларын бер кем дә алмаштыра алмай. Электрон китап баҫма китапты еңмәгән кеүек, социаль медиа ла гәзит-журналдарҙы, профессиональ журналистиканы алмаштыра алмаясаҡ. Беҙ һеҙҙе бик хөрмәт итәбеҙ, яратабыҙ, ҡәҙерләйбеҙ. Тармаҡтағы мәсьәләләр менән яҡшы танышбыҙ һәм һеҙ – ышаныслы таянысыбыҙ, һәр ваҡыт бөтә нәмәгә лә аңлап, түҙемлек менән ҡарайһығыҙ. Һеҙгә рәхмәт һәм хөрмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ, – тине Азат Бадранов. Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы етәксеһе Максим Ульчев та тәбрикләү һүҙҙәрен еткерҙе. – Бөгөн Радий Фәрит улы Хәбировтан яҡшы билдә алғандар – кадрҙа һәр ваҡыт булмаған, фамилиялары күренмәгән кешеләр. Телевидениела эшләүселәрҙе күберәк беләбеҙ, мәҡәләләргә ҡултамға ҡуябыҙ, әммә кемдер кадр артында эшләй, кемдер санкциялар менән яңғыҙ көрәшә. Мәҫәлән, нәшриәт йортондағы техник хеҙмәт операторҙары. Бындай эште тиҫтә йылдар буйына йөрәктән генә башҡарырға мөмкин. Бөтә хеҙмәттәштәргә лә сәләмәтлек, ижади еңеүҙәр теләйем, – тине Максим Владимирович. Дәүләт наградалары алғандар араһында беҙҙең хеҙмәттәшебеҙ – “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире урынбаҫары Гөлдәр Мөхәррәм ҡыҙы Бүләкбаева-Биргәнова ла бар. Уға Башҡортостан Республикаһы Башлығы Указы менән “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре” исеме бирелде. Гөлдәр Мөхәррәм ҡыҙы вазифа бурыстары менән бер рәттән йәмәғәт эшен алып бара – махсус хәрби операция башланғандан алып “Өфө ҡалҡаны” республика ойошмаһының ирекмәне булып тора. Гуманитар ярҙам йыйыу һәм ебәреү, атап әйткәндә, маскировка селтәрҙәре үреү менән шөғөлләнә. Гөлдәр Мөхәррәм ҡыҙы эшләгән цехта кисә 1557-се селтәр үрелгән. Бынан тыш, ул Матбуғат йортонда ойошторолған цехта селтәрҙәр бәйләй, теләгән һәр кемде был кәрәкле эшкә өйрәтә. Ошондай уҡ маҡтаулы исемгә “Башҡортостан” телерадиотапшырыуҙар компанияһы акционерҙар йәмғиәтенең телевидение цехы аппарат-студия блогы смена начальнигы Тимур Нәкиб улы Әйүпов лайыҡ булды. Техник тәьминәт хеҙмәте тамашасыға һәр ваҡыт күренмәй, әммә ул - телевидениеның иң мөһим звеноларының береһе. – 2006 йылдан алып Башҡортостан юлдаш телевидениеһында эшләйем. Хеҙмәт юлымды ябай монтажсы булып башланым, хәҙер инде бүлеккә етәкселек итәм. Был награда алыуыма бик ғорурмын, шатмын. Ғөмүмән, инженерҙар эше күп осраҡта кадрҙар артында ҡала, әммә хәбәрселәрҙең, режиссерҙарҙың ижадын, идеяларын тәғәйен ҡараусыларыбыҙға, ҡулланыусыларға радио һәм телевидение селтәрҙәре аша сифатлы, матур итеп еткереү - беҙҙең инженерҙарҙың төп бурысы, – тине Тимур Нәкиб улы. Хеҙмәттәштәребеҙҙе лайыҡлы наградалары менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ, эштәрендә уңыштар, ғаилә именлеге, һаулыҡ теләйбеҙ. ДӘҮЛӘТ НАГРАДАҺЫ АЛЫУСЫЛАР ИСЕМЛЕГЕ Медалью “За трудовую доблесть” награждается САГИТОВА Диля Раисовна – исполняющая обязанности директора АО ИА "Башинформ". Указом Главы Республики Башкортостан почетное звание «Заслуженный работник печати и массовой информации Республики Башкортостан» присвоено: АЛЕШКОВИЧУ Сергею Владимировичу – директору МАУ «Телекомпания «Салават» городского округа город Салават РБ, АЮПОВУ Тимуру Накибовичу – начальнику смены аппаратно-студийного блока цеха телевидения Акционерного общества телерадиовещательная компания «Башкортостан», БАРАБАНЩИКОВУ Виктору Романовичу – инженеру электроники газетного цеха Республиканского издательства «Башкортостан» – филиала ГУП РБ ИД РБ, БУЛЯКБАЕВОЙ-БИРГАНОВОЙ Гульдар Мухаррамовне - заместителю главного редактора редакции газеты «Башкортостан» Республиканского информационного центра - филиала ГУП РБ Издательский дом «Республика Башкортостан», ИШБЕРДИНОЙ Гульназире Робертовне – редактору филиала Федерального государственного бюджетного учреждения «Редакция Российской газеты» в г. Уфа, КОЛОКОЛОВОЙ Любовь Кузьминичне – ведущему редактору газеты МБУ «Издательский дом «Уфа» городского округа город Уфа РБ, САТТАРОВОЙ Татьяне Геннадиевне – режиссеру выпуска телевизионного канала «Салям» студии телевидения АО телерадиовещательная компания «Башкортостан», ТАЙСИНОЙ Минигуль Мавлимбирдиевне - ответственному секретарю редакции журнала «Акбузат» Издательского дома “Республика Башкортостан”, ШЕЛЕПИНУ Сергею Николаевичу - телеоператору 1-ой категории корреспондентского пункта в городе Уфа Корреспондентской сети в России Службы корреспондентской сети Федерального государственного унитарного предприятия «Всероссийская государственная телевизионная и радиовещательная компания». Указом Главы Республики Башкортостан почетное звание «Заслуженный работник государственной и муниципальной службы Республики Башкортостан» присвоено: ГАЛЛЯМОВОЙ Эльзе Раулевне – заведующему сектором экономического мониторинга и финансового контроля отдела экономического мониторинга и прогнозирования Агентства печати РБ. КАШАПОВУ Рустем Тимерхановичу – начальник организационно производственного отдела Агентства печати РБ.