Был аҙнала һалҡын фронт үтеү менән республикала һауа температураһы көндөҙ 33 градустан +20,+25 градусҡа тиклем түбәнәйҙе, тип хәбәр итә Башгидромет синоптиктары. Алдағы көндәрҙә Башҡортостан биләмәһе түбән баҫымлы өлкәлә буласаҡ. Республиканың күпселек райондарында төрлө интенсивлыҡтағы ямғырҙар һәм ҡойма ямғырҙар яуасаҡ, урыны менән йәшен йәшнәйәсәк, көндөҙ боҙ-борсаҡ һәм көслө ел иҫеүе ихтимал. Температура норманан 1-2 градусҡа түбән төшөүе көтөлә. Көндөҙ +17,+23 градустан юғары булмаясаҡ. Ә алдағы ял көндәрендә тағы ла нығыраҡ һыуыта, һауа температураһы норманан 3-5 градусҡа түбәнерәк буласаҡ, тиелә фаразда. Шуны билдәләп үтәйек: июнь өсөн норма +17,4 градус. Автор фотоһы.