Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Машинам өсөн борсолмайым

Башҡортостанда түләүле парковка менән бушлай файҙаланырға хоҡуҡлылар кемдәр? Ысынлап та, 2025 йылдың 27 июненән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башлай. Граждандарҙың ҡайһы бер категориялары унан бушлай файҙалана ала – бының өсөн Берҙәм төбәк транспорт сараларының электрон реестрында теркәлергә кәрәк. Шулай итеп, кем бушлай парковкаға хаҡлы? Ташлама менән Башҡортостанда даими йәшәгән һәм түбәндәге Рәсәй граждандары файҙалана ала – Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, хәрби хәрәкәттәр ветерандары, I, II һәм III төркөм инвалидтары, инвалид балаларҙың законлы вәкилдәре, милкендә автомобиль булған осраҡта – күп балалы ғаиләләге ата-әсәнең береһе (опекун/попечитель), электромобиль хужалары. Кәрәкле документтарҙың тулы исемлеген Башҡортостандағы Күп функциялы үҙәктең бәйләнеш үҙәгендә асыҡлай алаһығыҙ: телефондар – +7 (347) 246-55-33 һәм +7 (927) 333-31-00. Инвалидтарҙың транспортында "Инвалид" тигән билдә ҡуйылырға тейеш. Бының өсөн Күп функциялы үҙәк офисында йәки "Госуслуги" порталында (vk.cc/cvJmZ2) "Социаль өлкәләге берҙәм үҙәкләштерелгән һанлы платформа"ға транспорт тураһында мәғлүмәт индереү зарур. Фото: Аңлатабыҙ. Башҡортостан