Кешеләрҙе дауалау, табип, фельдшер, ғөмүмән, медицина хеҙмәткәре булып эшләү элек-электән маҡтаулы һәм яуаплы һөнәрҙәрҙең береһе һаналған. Халыҡ сәләмәтлеге тураһында хәстәрлек күреү, төрлө ауырыуҙарҙы иҫкәртеү, уларҙы булдырмау, сирлеләрҙе һауыҡтырып аяҡҡа баҫтырыу һәм тулы ҡанлы тормошҡа ҡайтарыу кеүек ғәмәлдәр аҡ халатлыларҙың мәртәбәһен айырыуса күтәрә. Мәртәбәле лә, яуаплы ла Табип – ул юғары интеллектуаль, физик һәм һәр йәһәттән ныҡлыҡ талап иткән һөнәрҙәрҙең береһе. Табип, медицина дисциплиналарын белеүҙән тыш, биология, химия, физика өлкәләрен яҡшы үҙләштерергә, махсус инструменттарҙы һәм ҡорамалдарҙы оҫта файҙалана белергә тейеш. Өҫтәүенә уның иңенә даими рәүештә белемен камиллаштырыу, маһирлығын арттырыу, заман менән бергә атлау, пациенттар хәлен тойомлау һәм башҡа бихисап ғәмәлдәр һалынған. Ни тиһәң дә, һәр кем медицина хеҙмәткәренә ярҙам һорап мөрәжәғәт иткәндә донъялағы ҡиммәте баһалап бөткөһөҙ һаулығын, ул ғына ла түгел, тотош ғүмерен ышанып тапшыра. Шуғалыр ҙа, кешелекле, кеселекле, намыҫлы, сыҙамлы, иғтибарлы һәм асыҡ күңелле табиптар, ғөмүмән, медицина хеҙмәткәрҙәре пациенттар күңелендә уйылып ҡала. Ә кешеләрҙе дауалау сәнғәте иһә Ер йөҙөндәге иң изге, яуаплы һәм ҡатмарлы ғәмәлдәрҙең береһе. Тағы шуны билдәләргә кәрәк, һәр медицина хеҙмәткәренең һаулыҡ өлкәһенә эшләүгә этәргес булған сәбәбе бар. “Яҡындарыма, ғәзиз кешеләремә медицина ярҙамы күрһәтергә уйланым, шуға күрә ошо юлды һайланым”, – тип яуап бирҙе Өфөләге 18-се ҡала дауаханаһы баш табибы, юғары категориялы табип-ойоштороусы, республиканың һаулыҡ һаҡлау отличнигы, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Наил Мәрхәм улы Ғиләжетдинов. Беҙ уның менән Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө алдынан осрашып һөйләштек. Ул – сығышы менән Күмертау ҡалаһынан. Наил Мәрхәм улының әсәһе Бибинур Һибәт ҡыҙы – Әбйәлил районының “Йәнгел” совхозынан, теплица мөдире булған, атаһы Мәрхәм Булат улы – Күгәрсен районының Ялсы ауылынан, Күмертау брикет фабрикаһында шахтер булып эшләгән. Апайы Айгөл менән татыу ғаиләлә буй еткергәндәр. Бала саҡ хыялын тормошҡа ашырып... 2001 йылда Наил Мәрхәм улы Ғиләжетдинов тыуған ҡалаһындағы 3-сө Башҡорт республика гимназия-интернатында белем алғас, Башҡорт дәүләт медицина университетының дауалау факультетына уҡырға инә. Әммә баш ҡала ситтән килгәндәрҙе, бигерәк тә белем алырға тип килгән йәштәрҙе киң ҡолас менән “ҡаршыламай” шул, Күмертау егетенә лә Ғ. Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының реанимация бүлегендә – санитар, аҙаҡ юғары уғыу йортон тамамлағанға тиклем медбрат булып эшләргә тура килә. “Унда мин беренсе медицина тәжрибәһен тупланым, сөнки ваҡыт булғанда, форсат килеп сыҡҡанда операцияларҙың нисек яһалыуын күҙәтә, өйрәнә инек. Шулай итеп, ошо мәлдән алып хеҙмәт юлымда осраған һәр медицина белгесенән үҙемә киләсәктә кәрәкле бай тәжрибәгә эйә булдым”, – ти хәҙер Наил Мәрхәм улы. Ә был, белеүебеҙсә, буласаҡ табип, бигерәк тә хирург өсөн ҙур тәжрибә. Наил Ғиләжетдинов хирург булараҡ тәүге тапҡыр атҡарылған операция тураһында яҡшы хәтерләй. “Аппендицит ине. Тәү ҡарамаҡҡа был әмәлиәт ябай кеүек күренәлер, әммә эсәкте тегә белеү өсөн дә үҙенә күрә оҫталыҡ кәрәк. Операция һөҙөмтәһе өсөн ныҡ борсолғаным әле лә хәтеремдә, – тип һөйләне ул. – Шуға күрә һәммәһе лә хирург була алмайҙыр, сөнки айырым холоҡ, һиҙгерләү талап ителә. Кеше организмы ла әсбаптарҙа яҙылған кеүек түгел шул: һәр кемдең ул үҙенсәлекле, өҫтәүенә, кемдеңдер ниндәйҙер бер сир менән яфаланыуы ихтимал. Шуға күрә хирург булып эшләргә теләүселәргә яҡшы белем алырға, бай тәжрибә туплау мөһим. Өҫтәүенә бер ҡасан да үҙеңдән өлкәнерәк, бай тәжрибәлерәк хеҙмәттәшеңдән белмәгәнеңде өйрәнеүҙән, унан нимәнелер һорауҙан оялмаҫҡа кәрәк, сөнки ҡулыбыҙҙа – кеше ғүмере”. Ҡасандыр бында үҙе хирург булып эшләгән Наил Мәрхәм улы Ғиләжетдинов 2008 йылда Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлай һәм Өфөләге 18-се ҡала дауаханаһында алты йыл табип-хирург булып эшләй. 2017 йылда Наил Мәрхәм улы – Йылайыр үҙәк район дауаханаһына баш табиптың дауалау эше буйынса урынбаҫары, артабан баш табип итеп тәғәйенләнә. Артабан ул Өфөләге 51-се дауаханаға һәм 46-сы поликлиникаға етәкселек итә. Бөгөн уның 18-се ҡала клиник дауаханаһына баш табип итеп тәғәйенләнеүенә өс йыл тирәһе ваҡыт уҙған. Был арауыҡта, 2022 йылдың ноябрендә “Росздравнадзор”ҙың Сифат милли институты эксперттары Өфөләге 18-се ҡала клиник дауаханаһының “Медицина эшмәкәрлегенең сифаты һәм хәүефһеҙлеге” системаһы талаптарына ярашлылығын раҫлаған. 2019 йылда дауахана был процедураны Башҡортостан медицина ойошмалары араһында беренсе булып үткән һәм тейешле сертификатты алған. Һөҙөмтәлә дауахана республикала беренсе булып сертификатлау сараһын ҡабаттан уңышлы үткән һәм бөгөн 18-се ҡала клиник дауаханаһы – ошо документҡа эйә булған, амбулатор-поликлиника ярҙамы күрһәткән берҙән-бер медицина ойошмаһы. Медицина ойошмаһының башҡа ҡаҙаныштары ла бар. Бөгөн клиникала Башҡорт дәүләт медицина университетының өс кафедраһы – термик йәрәхәттәр һәм трансфузиология курсы менән ашығыс медицина ярҙамы һәм һәләкәттәр медицинаһы, 2-се госпиталь терапияһы һәм эпидемиология кафедраһы урынлашҡан. Өҫтәүенә дауахана медицина училищелары студенттары өсөн уҡыу базаһы ла булып тора. Бында эшләгән 1400-ҙән ашыу хеҙмәткәрҙең 450-гә яҡыны – табиптар. Улар араһында медицина фәндәре докторҙары һәм кандидаттары, Рәсәй һәм республика һаулыҡ һаҡлау отличниктары, “Башҡортостандың атҡаҙанған табибы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булғандар бар. Урта медицина хеҙмәткәрҙәре – 443. Дауахана составында Республика тән бешеү үҙәге кеүек үҙенсәлекле подразделение ла урынлашҡан. - Беҙҙең өсөн иң мөһиме, әлбиттә, дауахана стеналары, медицина ҡорамалдары һәм башҡалар түгел, ә яңы технологияларҙы туҡтауһыҙ өйрәнгән табиптар, медицина хеҙмәткәрҙәре һәм иң юғары медицина ярҙамын алыу мөмкинлегенә эйә булған пациенттар. Һөҙөмтәлә беҙҙең дауахана 65 йыллыҡ бай тарихы эсендә ябай ғына здравпункттан заманса күп профилле клиникаға әүерелгән. Был – беҙҙең юл һәм уны көн һайын дауам итәбеҙ, – тип һөйләне Наил Мәрхәм улы. Ысынлап та, һуңғы йылдарҙа дауаханала матур яңылыҡтарға өлгәшелгән, мәҫәлән, былтыр дауаханала киҫкен коронар синдром менән яфаланған сирлеләр өсөн Төбәк ҡан тамырҙары үҙәге барлыҡҡа килгән. Һөҙөмтәлә пациенттарға медицина ярҙамын күрһәтеү мөмкинлектәре артҡан. Шуныһы үҙенсәлекле: дауахананың дауахана профсоюз комитеты ла бик әүҙем эшләй. Ойошма етәксеһе, табип-трансфузиолог Ирина Кисличко – бик грамоталы, әүҙем белгес. Күптән түгел генә дауахана командаһы республиканың һаулыҡ һаҡлау ойошмалары командалары араһында “Шаяндар һәм отҡорҙар” конкурсында гран-при яуланы. Был ғына түгел, башҡа сараларҙа ла әүҙем ҡатнашалар. “Геройҙар уҙышы” спорт сараһына иһә медицина ойошмаһынан бер түгел, ике команда үҙ көсөн һынай. Был медицина хеҙмәткәрҙәренең әүҙемлеге тураһында һөйләй. – Беҙ дауаханабыҙҙы заманса медицина үҙәге итеү өсөн тырышабыҙ. Унда өр-яңы технологиялар, табиптар өсөн уңайлы эш шарттары, пациенттар өсөн барлыҡ мөмкинлектәрҙе булдырырға ынтылабыҙ. Өҫтәүенә, республикала тәүгеләрҙән булып, Һыҙланыуҙы баҫыу үҙәгенә төҙөргә һәм асырға уйлайбыҙ. Был маҡсатыбыҙҙы тормошҡа ашырыу өсөн Мәскәү белгестәре менән даими эшләйбеҙ, конференциялар үткәрәбеҙ һәм оҫталыҡ дәрестәре ойошторабыҙ. Мәҫәлән, бер процедура һыҙланыуҙы ярты йылға баҫыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ, – тине Наил Мәрхәм улы. Шуны билдәләргә кәрәк: Наил Мәрхәм улы эшенән генә түгел, ғаиләһенән дә уңған. Ҡатыны Регина Валерик ҡыҙы ла табип. Уның менән Башҡорт дәүләт медицина университетында бер факультетта, бер төркөмдә белем алғандар. Әле ул Өфөләге 21-се ҡала клиник дауаханаһының функциональ-диагностикалау бүлегендә эшләй. Өлкән ҡыҙҙары Азалияға – 18 йәш. Ул әле Ҡытайҙа белем ала: халыҡ-ара иҡтисадсы һөнәренә уҡый. Икенсе ҡыҙҙары Әмилә Өфөләге М. Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһының VII класын тамамланы. “Табип һөнәре – ҡаһарманлыҡ, ул күңел таҙалығын һәм уй-ниәттәрҙең сафлығын талап итә” тигән билдәле яҙыусы Антон Чехов. Был һөнәр эйәләренең, шул иҫәптән Наил Мәрхәм улын, уның хеҙмәттәштәрен етеп килгән Медицина хеҙмәткәрҙәре менән ҡотлайбыҙ һәм иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ. ҺҮРӘТТӘ: Өфөләге 18-се ҡала дауаханаһы баш табибы Наил Ғиләжетдинов.
Кешеләрҙе дауалау, табип, фельдшер, ғөмүмән, медицина хеҙмәткәре булып эшләү элек-электән маҡтаулы һәм яуаплы һөнәрҙәрҙең береһе һаналған. Халыҡ сәләмәтлеге тураһында хәстәрлек күреү, төрлө ауырыуҙарҙы иҫкәртеү, уларҙы булдырмау, сирлеләрҙе һауыҡтырып аяҡҡа баҫтырыу һәм тулы ҡанлы тормошҡа ҡайтарыу кеүек ғәмәлдәр аҡ халатлыларҙың мәртәбәһен айырыуса күтәрә. Мәртәбәле лә, яуаплы ла Табип – ул юғары интеллектуаль, физик һәм һәр йәһәттән ныҡлыҡ талап иткән һөнәрҙәрҙең береһе. Табип, медицина дисциплиналарын белеүҙән тыш, биология, химия, физика өлкәләрен яҡшы үҙләштерергә, махсус инструменттарҙы һәм ҡорамалдарҙы оҫта файҙалана белергә тейеш. Өҫтәүенә уның иңенә даими рәүештә белемен камиллаштырыу, маһирлығын арттырыу, заман менән бергә атлау, пациенттар хәлен тойомлау һәм башҡа бихисап ғәмәлдәр һалынған. Ни тиһәң дә, һәр кем медицина хеҙмәткәренә ярҙам һорап мөрәжәғәт иткәндә донъялағы ҡиммәте баһалап бөткөһөҙ һаулығын, ул ғына ла түгел, тотош ғүмерен ышанып тапшыра. Шуғалыр ҙа, кешелекл