Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Был саралар республиканы таныта

“Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ” милли проекты (национальный проект “Туризм и гостеприимство”) сиктәрендә Башҡортостан Республикаһына күп кешеләр ҡатнашҡан саралар үткәреү өсөн федераль бюджеттан 44,1 миллион һум бүленгән. Был хаҡта республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан хәбәр иттеләр. Бындай акцияларҙы үткәреү күберәк ҡунаҡтарҙы йәлеп итергә һәм төбәктең туристик мөмкинлектәрен асырға мөмкинлек бирәсәк. – Ваҡиға сараларын үткәреү төбәгебеҙҙе туристик маршруттар картаһында танылыу яуларға мөмкинлек бирә. Ә “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ” милли проекты сиктәрендә дәүләт ярҙамы арҡаһында республика бөтә илдән туристарҙы йәлеп иткән тамаша һәм иҫтә ҡалырлыҡ саралар үткәреү өсөн яңы мөмкинлектәр ала, — тип аңлатма бирҙе Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко. “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ” милли проекты сиктәрендә Башҡортостанда “Салауат йыйыны” Республика халыҡ байрамы, “На рахате” халыҡ-ара һаулыҡ һәм туризм фестивале, “Сауҙагәр 2.0” ҡунаҡсыллыҡ фестивале, күсмә мәҙәниәттәр фестивале, “Терра-ҡыш” фестивале кеүек мөһим саралар үтәсәк. Фото: "Башинформ".