Басай ауылынан махсус хәрби операция барышында һәләк булған Муллағәләмов Рөстәм Рәил улы менән хушлашҡанда, яугирҙең кеҫәһенән үҙе һаҡлап алып йөрөгән уҡыусы хаты табыла. Был хатты Билал урта мәктәбенең 7-се класында уҡыған Күгиҙел ҡыҙы Айзилә Сирусина яҙған булған. Күңел йылыһы һалынған хаттар яу ҡырындағы ағайҙарға тыуған яҡтың ҡайнар сәләме булып барып етеп, йөрәктәренә дәрт-дарман, рухи көс өҫтәгәненә тағы ла инандыҡ. Мәңгелек йоҡоларың тыныс, ҡараңғы гүрҙәрҙең яҡты, йәнең йәннәттә булһын яҡташ батыр яугиребеҙ. Ата - әсәһенә, балаларына, туғандарына сабырлыҡ, түҙемлек, ғаилә именлеге теләйбеҙ. (Күгиҙел китапханаһы төркөмөнән)
Басай ауылынан махсус хәрби операция барышында һәләк булған Муллағәләмов Рөстәм Рәил улы менән хушлашҡанда, яугирҙең кеҫәһенән үҙе һаҡлап
16 июня 202516 июн 2025
~1 мин